Яңыраҡ бер подъезда йәшәгән ҡатындың өсөнсөгә ауырлы икәнен күреп, телһеҙ ҡалдым. Тәүге балаһы быйыл саҡ мәктәпкә барҙы, икенсеһенә – дүрт йәш. Ә ире йылға яҡын инде эшһеҙ ята, көндәр буйы йорт алдындағы эскәмйәлә тәмәке борҡота. Ҡатын үҙе – балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Уның ғына аҡсаһына нисек көн күрәләрҙер? Етмәһә, йәнә ауырлы... Борсолоп йөрөй торғас, түҙмәйенсә ҡатынға мөрәжәғәт иттем. Нимә уйлайым – барыһын да әйттем. Йәлләүемде белдерҙем, ирҙәрҙең йүнһеҙлегенә көйҙөм. Йәш ҡатын иһә тыныс ҡына тыңлап торҙо ла, һүҙем бөткәс: “Дөрөҫ уйламайһығыҙ, апай, – тип ҡуйҙы. – Ирҙең йүнһеҙлегенә һылтанһаң, бөтөнләй бала тапмай ҡартайырға мөмкин. Ул эшһеҙ тип, йәшәүҙең матурлығын күреүҙән туҡтарғамы ни? Мин – ҡатын-ҡыҙ. Аллаһ Тәғәлә бәпәй табыу бәхетен биргән икән, уны кинәнеп ҡабул итәм”. Күҙҙәремә ҡапыл йәш төйөлдө... ...Бишенсе курсты тамамлағас, дуҫлашып йөрөгән егетем менән өйләнешергә ҡарар иттек. Әсәһе белгәндә һуң ине инде: никах ҡағыҙы алырға өлгөргәйнек. Ирем уҡыуын аспира