Китаптар менән танышырға теләүселәр бик күп ине, хатта “Китап” магазинындағы залда ултырғыстар етмәне. Кисә йәнле аралашыуға әүерелде. Ҡунаҡтарҙы нәшриәттең директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова сәләмләне. — Барығыҙҙы ла яңыртылған магазиныбыҙҙа күреүгә шатбыҙ. Бында Үҙебеҙ сығарған һәм башҡа нәшриәттәрҙә баҫылған китаптар, сувенирҙар һәм бүләктәр тәҡдим итәбеҙ. Ҡала халҡына ла, ҡунаҡтарына ла бында бик ҡыҙыҡлы буласаҡ, — тине ул. — Был китапты төҙөгәндә Өфөлә йәшәүселәр ҡалабыҙ урамдарына һәм майҙандарына яңыса ҡарарға һәм ошондай ғәжәйеп урында тыуыуҙары менән ғорурланырға өйрәнһен тип ниәт иттем, — тине Анатолий Чечуха. Бар донъяға билдәле композитор Петр Чайковскийҙың бер туған апайы Өфөләге ҡайһы йортта йәшәгә, “Свердлов урамы” тигәндә баҫымды ҡайһы ижеккә ҡуйыу дөрөҫөрәк, Рәсәйҙә беренсе булып фантастик әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы Вивиан Итин ниндәй урамда донъяға килгән – Анатолий Львовичтың ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр тураһында сығышын барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы. –