Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын яҙған композитор вафат булған

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, композитор, республика этник музыка ижад итеүселәр конкурсы еңеүсеһе, Белорет ҡалаһының Мәктәптән тыш эш үҙәге ҡарамағындағы башҡорт милли ижады балалар клубын ойоштороусы, күп йылдар ҡала һәм район башҡорттарының бөтә мәҙәни тормошон йәлеп итеүсе булып торған Мөхәрәм Әхмәтша улы Сәлимов 89 йәшендә вафат булды. Мөхәрәм Сәлимов – республикала балалар композиторы булараҡ билдәле, һөнәре буйынса инженер-металлург башҡорт халыҡ йырын популярлаштырыу, балалар өсөн музыка ижад итеүҙә ҙур үрҙәргә өлгәшә. Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһын ойоштороуға тос өлөш индерә, аҙаҡ иһә уның бөтә байрамдарында һәм конкурстарында ҡатнашты. Мөхәрәм Сәлимовтың Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙған “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” йыры гимназияның гимны һәм визит карточкаһына әйләнә. 2023 йылда ул Башҡорт теле көнөн байрам итеү сиктәрендә бөтә республиканан балалар ҡатнашҡан “Башҡорт теле көнө” республика флешмобының нигеҙе булды.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, композитор, республика этник музыка ижад итеүселәр конкурсы еңеүсеһе, Белорет ҡалаһының Мәктәптән тыш эш үҙәге ҡарамағындағы башҡорт милли ижады балалар клубын ойоштороусы, күп йылдар ҡала һәм район башҡорттарының бөтә мәҙәни тормошон йәлеп итеүсе булып торған Мөхәрәм Әхмәтша улы Сәлимов 89 йәшендә вафат булды. Мөхәрәм Сәлимов – республикала балалар композиторы булараҡ билдәле, һөнәре буйынса инженер-металлург башҡорт халыҡ йырын популярлаштырыу, балалар өсөн музыка ижад итеүҙә ҙур үрҙәргә өлгәшә. Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһын ойоштороуға тос өлөш индерә, аҙаҡ иһә уның бөтә байрамдарында һәм конкурстарында ҡатнашты. Мөхәрәм Сәлимовтың Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙған “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” йыры гимназияның гимны һәм визит карточкаһына әйләнә. 2023 йылда ул Башҡорт теле көнөн байрам итеү сиктәрендә бөтә республиканан балалар ҡатнашҡан “Башҡорт теле көнө” республика флешмобының нигеҙе булды. Мөхәрәм Сәлимов – 1995 һәм 2015 йылдарҙа “Китап” дәүләт нәшриәтендә баҫылған балалар өсөн ике йырҙар йыйынтығы авторы. Ныҡлап сирләп киткәнгә тиклемге әүҙем тормошоноң һуңғы йылдарын ул балалар өсөн йырҙар яҙыуға бағышлай. Ул балалар өсөн “Балалар өсөн 52 йыр + 52 караоке” йыйынтығын ҙур тираж менән сығара һәм уларҙы бушлай тарата. Был яҙмалар райондың һәм ҡаланың бөтә мәктәптәре өсөн ҡиммәтле рухи байлыҡҡа әйләнә, әле лә ҡулланыла. 2015 йылдың 28 апрелендә Мөхәрәм Сәлимов исемендәге призына беренсе төбәк йыр конкурсы ойошторола. Ул үҙе лә тыңлаусыларҙы халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырырға ярата ине, үҙе ҡурайҙа, думбырала, ҡумыҙҙа уйнаны. Башҡортостан телевидениеһы замандашыбыҙҙың тормошона һәм ижадына арналған күп сюжеттары әҙерләп эфирға сығарҙы. М.Ә. Сәлимов – Урал аръяғының “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, Белорет районының “Иҙел башы” башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе булды. 1972 йылдан Белорет металлургия комбинатының Мәҙәниәт һарайының ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, башҡорт халыҡ театрында уйнаны. Бөтә Союз профсоюздар үҙәк советының “Үҙешмәкәр сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән. 1990 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бирелә. Шулай уҡ ул Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты наградаһы менән билдәләнә. Мөхәрәм Сәлимов 1935 йылда Белорет районының Беҙәк-Әхмәр ауылында ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Белорет ҡалаһында киске мәктәпте тамамлай, Магнитогорск ҡалаһында юғары белем ала. Хеҙмәт юлын 1951 йылда Белорет металлургия комбинатында башлай, унда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем инженер-металлург булып эшләй. Мөхәрәм Әхмәтшин улы СССР-ҙың Халыҡ хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша, рационализатор. Бер нисә тапҡыр Белорет ҡала советы депутаты итеп һайлана. Ҡала һәм район советтары Президиумының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә – Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Ожерелкова Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған, фән кандидаты, доцент, Мәскәү ҡалаһында йәшәй, ике балаһы бар. Улдары Айрат Мөхәрәм улы Сәлимов Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған, ҡыҙ үҫтергән. Һуңғы йылдарҙа ауыр сирләгән атаһы менән әсәһен ҡараған. Башҡорт халҡында телгә һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индергән аҡһаҡалыбыҙ менән хушлашыу 30 декабрҙә Белорет ҡалаһының Киров урамындағы 205-се йортта, 13.30 сәғәттә уҙасаҡ. “Башҡортостан” гәзите Мөхәрәм Сәлимовтың ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Фото: YouTube