Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы (1 май 1935 йыл) — инженер-металлург, үҙешмәкәр композитор. Белорет ҡалаһының башҡорт милли ойошмаларының әүҙем ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Мөхәррәм Әхмәтша улы Сәлимов 1935 йылдың 1 майында БАССР-ҙың Белорет районында Беҙәк-Әхмәр ауылында Әхмәтша Сәлимов ғаиләһендә тыуған. Әхмәтша Сәлимовтың Зәйнулла ишан менән осрашыуы тураһында хәтирәләр бар [1] Хеҙмәт юлын бик иртә — Белорет металлургия комбинатында башлай. Ҡалалағы эшсе йәштәр киске урта мәктәбен тамамлай. 1965 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтының киске факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Белорет металлургия комбинатында эшләй, бер үк ваҡытта үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәттә һәм йәмәғәт ойошмаларында эшмәкәрлеге 1972 йылдан Мөхәррәм Сәлимов ҡаланың Металлургтарҙың мәҙәниәт һарайында ҡурайсылар түңәрәге алып бара, халыҡ театрында уйнай. 1980 йылдан йырҙар яҙа башлай. Хәҙер инде йөҙҙән ашыу йыры бар, уларҙың яртыһынан күберәге — балалар өс