“Авиация өсөн двигателдәр” предприятиеһы Башҡортостандың гарантия фонды ярҙамы менән өҫтәмә финанслау йәлеп итте. Был ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәтелде (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”). Компания ташламалы ставка буйынса 55,9 миллион һумға “МСП “Лизинг” акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Гарантия фондының тәьмин итеү суммаһы шул уҡ ваҡытта 24,9 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Аҡса үҙебеҙҙең илдә етештерелгән заманса ҡормалдар алыуға йүнәлтелә. - Дәүләттән бизнесҡа мөһим ярҙамдың береһе – кредитлағанда поручителлек, - тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, залог менән тәьмин итеү етмәгән осраҡта финанс ярҙам эшҡыуарҙарға займ алырға ярҙам