Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн бөтәһе 150, «Иң яҡшы күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге» номинацияһында 74 һәм «Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы белгесе» номинацияһында 76 ғариза тапшырылған. Конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле статуэткалар менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов бүләкләне. - Власть органдары менән яйға һалынған эш һөҙөмтәһендә күп функциялы үҙәк алдына ҡуйылған бөтә бурыстар ҙа сифатлы һәм ваҡытында үтәлә. Һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ кешеләр менән бәйле, шуға күрә, һис шикһеҙ, һөнәрегеҙҙе яратмайынса һәм үҙ эшегеҙҙе еренә еткереп башҡарып булмай, - тип билдәләне ул сәләмләү һүҙендә. Ҡалала эшләүсе үҙәктәр араһында еңеүселәр тип Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге операция залы, Яңауыл ҡалаһы һәм Бишбүләк ауылындағы бүлек табылды. Ҙур булмаған ҡалалар араһында Мәләүез, Дүртөйлө һәм Бәләбәй еңеүсе булды. Бәләкәй ҡалалар номинацияһында Аҡъяр һәм Оло Устьикин