Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Александр Кобыскан билдәләүенсә, Владимир Путин хатта Америка журналисының провокацион һорауына ла ентекле яуап бирҙе. – Рәсәй Президенты Владимир Путин менән үткән тура бәйләнеш йәнә дәүләт лидерының йәмғиәттең бөтә категорияларына ла йүнәлтелгән сәйәсәтте яҡлауын күрһәтте. Күп һорауҙар халыҡтың айырым төркөмдәренә ҡағылышлы темаларға ҡағыла: был махсус хәрби операция яугирҙәренә түләүҙәр, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү, йәш әсәләргә ярҙам итеү, балалар һәм үҫмерҙәр менән мәғлүмәт эше һәм башҡалар. Шуны билдәләп үтәйем, тап тура бәйләнеш аша ҡайһы бер яугирҙәрҙең юридик статусы арҡаһында тейешле аҡсаның түләнмәү мәсьәләһе билдәле булды. Шулай итеп, тура бәйләнеш үҙенең һөҙөмтәлелеген кешеләр менән туранан-тура бәйләнеш каналы һәм иң киҫкен мәсьәләләр тураһында мәғлүмәт сығанағы булараҡ күрһәтә. Бөтә һорауҙарға ла аныҡ һәм тулы яуаптар бирелде. Влад