Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы КИЛСЕНБАЕВтың мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Ундағы уй-фекерҙәр күптәр өсөн фәһемле булыр тип уйлайбыҙ. Туған тел һәр кеше тормошонда мөһим урын алып тора. Ул – аралашыу сараһы ғына түгел, ә милли үҙенсәлектең һәм мәҙәни мираҫтың төп элементы. Туған тел – быуындарҙы тоташтырыусы күпер һәм ул белем, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ата-бабаларҙан быуындан-быуынға тапшырырға мөмкинлек бирә. Һуңғы биш йыл эсендә донъяла, илебеҙҙә һәм тыуған еребеҙ Башҡортостанда бик күп үҙгәрештәр булды. Ошо арауыҡта милләтебеҙҙең аңы төрлө һынауҙар аша үтте. Ул һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Тик беҙ бөтәбеҙ ҙә быны тулыһынса аңлайбыҙмы икән? Ата-бабаларыбыҙҙың борондан килгән традицияларын дауам итеп, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бик мөһим һорауҙар күтәрелде. Миңә башҡорт телен үҫтереү темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Сығышымда милләтебеҙҙең демографик, рухи үҫеше хаҡында фекер

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы КИЛСЕНБАЕВтың мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Ундағы уй-фекерҙәр күптәр өсөн фәһемле булыр тип уйлайбыҙ. Туған тел һәр кеше тормошонда мөһим урын алып тора. Ул – аралашыу сараһы ғына түгел, ә милли үҙенсәлектең һәм мәҙәни мираҫтың төп элементы. Туған тел – быуындарҙы тоташтырыусы күпер һәм ул белем, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ата-бабаларҙан быуындан-быуынға тапшырырға мөмкинлек бирә. Һуңғы биш йыл эсендә донъяла, илебеҙҙә һәм тыуған еребеҙ Башҡортостанда бик күп үҙгәрештәр булды. Ошо арауыҡта милләтебеҙҙең аңы төрлө һынауҙар аша үтте. Ул һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Тик беҙ бөтәбеҙ ҙә быны тулыһынса аңлайбыҙмы икән? Ата-бабаларыбыҙҙың борондан килгән традицияларын дауам итеп, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бик мөһим һорауҙар күтәрелде. Миңә башҡорт телен үҫтереү темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Сығышымда милләтебеҙҙең демографик, рухи үҫеше хаҡында фекер йөрөттөм. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 2010 йыл менән сағыштырғанда башҡорттар һаны артҡан (2010 йылда – 1 172 287 кеше, 2021 йылда – 1 268 806 кеше). Башҡорт телен туған теле тип таныусылар ҙа күбәйгән (2010 йылда – 790 383 кеше, 2021 йылда – 802 065 кеше). Бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә республикала һуңғы алты йылда алып барылған саралар, ҡабул ителгән ҡарарҙар булышлыҡ итте. Үҫеш күп тә түгел һымаҡ, әммә был – киләсәк өсөн мөһим аҙым. Тел – ул донъяны танып белеүҙең үҙенсәлекле ысулы. Әлбиттә, аңыбыҙҙы, асылыбыҙҙы мөхит, төрлө мәғлүмәт саралары формалаштыра. Күбеһенсә гәзит-журнал уҡыған өлкән быуын баҫма продукцияның кәмеүе өсөн борсола. Ысынлап та, донъяла баҫма киң мәғлүмәт саралары тиражының уртаса 10 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. 2018 йылда 281 мең дана алдырһалар, 2024 йылда был һан – 207 мең, шуның 56 меңе – башҡорт телендәге баҫмалар. Баҫмаларҙың тиражы кәмей, әммә бөгөнгө тормоштоң интернетҡа ныҡ бәйле икәнен онотмайыҡ. Тап ошо майҙансыҡ ҙур аудиторияны йәлеп итеп, прогрессив үҫешеү урыны булып тора. Башҡортостандың баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары сайттары аудиторияһы 2019 йылдан 1,5 тапҡырға артҡан (3,3 миллиондан 4,8 миллионға тиклем). Дәүләт киң мәғлүмәт сараларының социаль селтәрҙәге аудиторияһы 2019 йылдан 7,3 тапҡырға артты (750 меңдән 5 миллион 502 меңгә тиклем), шул иҫәптән башҡорт телендәге баҫмалар өлөшөнә 1,2 миллион кеше менән 70 аккаунт тура килә. Интернет селтәрендә башҡорт телендә 47 киң мәғлүмәт сараһы сайты эшләй, киң мәғлүмәт саралары сайттарының аудиторияһы 1,5 тапҡырға артҡан (3202 меңдән 4841 меңгә тиклем). Ошо ваҡыт эсендә социаль селтәрҙәрҙе башҡорт телендә ҡулланыусылар ҙа артҡан. Күптәренең интерфейстары башҡорт теленә тәржемә ителгән. Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә төркөмдәрҙең һәм пабликтарҙың көндән-көн артыуы күҙәтелә, улар ҡулланыусыларға туған телдә төрлө контент тәҡдим итә. Шулай итеп, йәштәр араһында туған телде популярлаштырған блогерҙар һаны арта. Был пабликтарҙағы иң популяр яҙмаларҙы бер ай эсендә 100 меңдән ашыу кеше ҡараған. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы барлыҡҡа килгәндән алып башҡорт телендә 14 берәмек мобиль ҡушымта булдырылған, улар менән айына 13 меңдән ашыу кеше әүҙем файҙалана, телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән видеороликтарҙы быйыл ғына биш миллион кеше ҡараған. Башҡорт телен һанлаштырыу буйынса ла ҙур эш башҡарылған: «Туған тел донъяһы» мәғариф платформаһы, «Башҡортсофт» онлайн-тәржемәсеһе (Яндекс, Гугл шуның һөҙөмтәһендә тәржемә сифатын күтәргән), «Интерактив башҡорт теле» электрон веб-ресурсы һәм башҡалар булдырылған. 2023-2024 йылдарҙа «Алиса»ның башҡортса аналогы – «Һомай» тигән аҡыллы колонка барлыҡҡа килде. Был – Рәсәй халыҡтары телендә һөйләшкән беренсе колонка, бөгөн башҡа төбәктәр иһә беҙҙең программа нигеҙендә аналогтар эшләп ҡарай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған сайт, халыҡ өсөн башҡорт теле буйынса олимпиада сайты, башҡорт телендә текстарҙы дөрөҫ яҙыуҙы тикшереү өсөн сайт булдырылған. Быларҙың барыһына ла Башҡортостан Башлығының республика халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты ярҙамында өлгәшелде. Бынан тыш, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан йылына бер тапҡыр физик шәхестәр (полилингваль мәктәп уҡытыусылары, блогерҙар һәм журналистар, башҡорт телен популярлаштырыусы активистар) өсөн гранттар ойошторола. Дәүләт тарафынан балалар, йәштәр, өлкән быуын өсөн тыуҙырылған шарттар тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә бик мөһим бурыс йөкмәтелгән. Тап улар киләсәгебеҙҙе тәрбиәләй, тимәк, ил, тел, халыҡ яҙмышы өсөн яуаплы. Балалар баҡсаһына килгәндә, 2022-2023 йылдарҙа «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсы, ошо бәйге еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығының премияһы булдырылды. Рус һәм икенсе телдәр уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында милли телдәрҙе өйрәтеү буйынса эшләгән тәрбиәселәргә (педагогтарға) 15 процент өҫтәмә түләү билдәләнгән. Республикала һуңғы йылдарҙа полилингваль мәктәпкәсә белем биреү әүҙем үҫешә. Өфөлә, Стәрлебаш районында полилингваль балалар баҡсалары эшләй, шулай уҡ 50 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында 72 полилингваль төркөм асылған. Башҡортостан Башлығы грантына мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен үҫтереүгә ярҙам итеү буйынса «Аҡбуҙат», «Мөхит» проекттары ғәмәлгә ашырыла. Мәктәптәргә килгәндә, 2019 йыл менән сағыштырғанда, дәүләт (башҡорт) телен өйрәнеү 67,7%-тан 79,1%-ҡа тиклем артҡан (+ 11,4%). Мәктәптә башҡорт теле дәресен уҡып ҡайтып, өйҙә, ғаиләлә икенсе телдә һөйләшеп кенә туған телде өйрәнеп булмай. Тел ғаиләлә көс һәм һут алырға тейеш. Ошоно күҙ уңында тотоп, киләсәктә Башҡортостан Башлығы гранттары программаһында ғаиләлә телде үҫтереү йүнәлеше булдырыласаҡ. Республикала һуңғы биш йылда туғыҙ полилингваль мәктәп асылды. Уларҙа эшләгән педагогтарҙы дәртләндереү маҡсатында 2019 йылда үҙ предметтарын билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барған уҡытыусыларҙың эш хаҡына 15 процентҡа тиң өҫтәмә булдырылды. Ә 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең барыһының да эш хаҡына 20 процент өҫтәмә индерелде. Полилингваль мәктәптәрҙең асылы шунда: мәктәп, ниндәй йүнәлештә эшләүенә ҡарамаҫтан, унда белем алған балаларҙың барыһы ла дәүләт телдәрен белергә тейеш. Был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк. 2023 йылда иң яҡшы башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премиялары һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды. «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы айырым финанслау менән ҡабул ителде. Тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы, Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының инновациялы дөйөм белем биреү ойошмаларын үҫтереү буйынса юл картаһы раҫланды, Башҡортостан Республикаһының Милли мәктәптәр ассоциацияһы ойошторолдо. Рәсәй төбәктәрендә Башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү үҙәге асылды. Һуңғы йылдарҙа башҡорт йәштәре менән эшләүҙең яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килде. «Аҫылташ», «Медиайыйын», «Берҙәмлек» форумдары йыл һайын үткәрелеп тора. Республиканың баш ҡалаһындағы башҡорт йәштәрен Йәш яҡташтар ассоциацияһы берләштерә. Улар Башҡортостандың инициативалы, талантлы һәм креатив йәштәрен бергә үҫешеү һәм ижад итеү маҡсатында туплай.
 2023 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Полилингваль белем биреүҙә филология фәндәренә уҡытыуҙың заманса технологиялары» айырым магистр программаһы асылды. Өфө фән һәм технологиялар университетында «Журналистика» әҙерлек йүнәлеше буйынса башҡорт төркөмөнөң эшмәкәрлеге тергеҙелде. Өлкән быуын өсөн дә күп эштәр башҡарыла. Республикала «Башҡортостанда оҙон ғүмер» программаһы тормошҡа ашырыла, ул оло быуынды берҙәм командаға берләштереп, рухи йәһәттән үҫешергә, туған телдә аралашырға мөмкинлек бирә. Өлкән быуын шулай уҡ интернет селтәре, туған телдә эшләнгән һанлаштырылған программалар менән әүҙем файҙалана. «Бишбармаҡ» милли аш-һыу оҫтаханаһында 700-ҙән ашыу уҡыусы һәм әүҙем пенсионерҙарҙың ижади берекмәләре өсөн «Аулаҡ-өй» проекты булдырылды. Проекттың төп маҡсаты – башҡорт халҡының мәҙәни кодын йәш быуынға тапшырыу. Бындай проекттар бөгөн бик күп! Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшмәкәрлеге тергеҙелә. Географик атамаларҙың, ойошма исемдәренең дөрөҫ тәржемәләнмәүенә бәйле бик күп мөрәжәғәттәр килә. Системаның эшләп етмәүен иҫәпкә алып, был өлкәлә лә тәртип урынлаштырабыҙ. Ошо маҡсатта «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» тип аталған чат-бот эшләнек. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә автоматик рәүештә Республикаға идара итеү үҙәгенең «Инцидент-менеджмент» системаһына юлыға һәм тиҙ арала хәл ителә. Яҡын арала ошо йүнәлештә алға китеүгә ҙур этәргес булырҙай «ПрофТәржемә», йәғни автоматлаштырылған квалификациялы тәржемә системаһын ҡулланылышҡа индереү күҙаллана. Әгәр ошоға тиклем был бурыс Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәржемәләр бүлеге иңендә булһа, тиҙҙән Дәүләт хеҙмәттәре аша теләге булған һәр кемгә текстарҙы тәржемә итеү мөмкинлеге булдырыласаҡ. Иң мөһиме – телдәрҙе камил белгән һәр кем системала теркәлеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы комиссия аша аккредитация үтеп, эксперт була ала. Шуны әйтергә кәрәк: бөгөн халҡыбыҙға үҙаңын үҙгәртеү зарур. Һәр мәғлүмәт йәшен тиҙлеге менән таралған осорҙа беҙҙең алда заман менән бергә атлаған, белемле, аҡыллы, туған телен хөрмәт иткән киләсәк быуынды тәрбиәләү бурысы тора. Йәнә бер мөһим мәлде билдәләйек. Ниһайәт, һуңғы йылдарҙа телебеҙгә бәйле саралар мәғәриф һәм мәҙәниәт йорттарынан халыҡҡа сыға башланы. Башҡорт теле көнөндә телебеҙҙең бөтә матурлығын күрһәтеп, ҙур йәмәғәт киңлектәренә, сауҙа үҙәктәренә сығыу матур йолаға әүерелде. Был – телде популярлаштырыу ғына түгел, ә үҙебеҙҙең «ҡурҡыуҙы» еңеү ул. Республикала телде үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бының өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа телебеҙгә булған мөнәсәбәте өсөн оло рәхмәт. Телебеҙҙе үҫтереү, йәмғиәттә тотҡан урынын, позицияларын көсәйтеү мөһим. Тел – ул халыҡтың аҡылы, рухи таянысы. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр. Телде кемдәрҙәндер бер туҡтауһыҙ яҡлауҙан туҡтап, көсөбөҙҙө ижадҡа һәм рухи үҫешкә йүнәлтеү зарур. Тәүге эште үҙебеҙҙән башларға кәрәк, тип уйлайым. Алда әйткәнемсә, үҙаңыбыҙҙы үҙгәртеү шарт. Эйе, яугирлек – башҡорттоң ҡанында, әммә әлеге мәлдә телде тик үҙебеҙҙән генә һаҡларға кәрәктер... Һығымта урынына, һуңғы биш йылда эшләнгән эштәрҙе генә килтерәм: «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы айырым финанслау менән ҡабул ителде. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығының республика халҡының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары булдырылды, дөйөм күләме 50 миллион һум тәшкил итә. Республикала һуңғы йылдарҙа туғыҙ полилингваль мәктәп асылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт телен һанлаштырыу буйынса ла ҙур эш башҡарылды: «Туған тел донъяһы» мәғариф платформаһы, «Башҡортсофт» онлайн-тәржемәсеһе (Яндекс, Гугл шуның һөҙөмтәһендә тәржемә сифатын күтәргән), «Интерактив башҡорт теле» электрон веб-ресурсы, башҡорт телендә мобиль ҡушымталар эшләй башланы. «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» – теләгән һәр кем өсөн 2019 йылдан алып үткәрелгән ирекле һәм бушлай белем биреү акцияһы ойошторола. Диктант яҙыусылар һаны 2024 йылда 340 меңгә етте. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эше яңыртылды. Хәҙер урындарҙа – республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында – комиссияларҙы дәүләт телдәрен белгән генә түгел, ә үҙ вазифаһына яраҡлы ҡарарҙар ҡабул итә алған һәм, иң мөһиме, бының өсөн яуап бирерлек кешеләр етәкләйәсәк. Ошо йүнәлештә «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» тип аталған чат-бот эш башланы. Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә автоматик рәүештә Республикаға идара итеү үҙәгенең «Инцидент-менеджмент» системаһына юлыға. Шулай уҡ «ПрофТәржемә», йәғни автоматлаштырылған квалификациялы тәржемә системаһын ҡулланылышҡа индереү өҫтөндә эш бара. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын үҫтереүгә ҙур иғтибар йүнәлтелә: уҡыу йорттарында методик әсбаптар индерелде, киң мәғлүмәт саралары аша диалектты популярлаштырыу буйынса эш алып барыла, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант сиктәрендә төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу мөмкинлеге булдырылды. 2021 йылдан алып республикала юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиада лауреаттарына һәм еңеүселәренә өҫтәмә 5-10 балл ҡаралған. 2023 йылда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ тарафынан «Полилингваль белем биреүҙә филология дисциплиналарын уҡытыуҙың заманса технологиялары» айырым магистр программаһы асылды. Өфө фән һәм технологиялар университетында 2022-2023 уҡыу йылында «Журналистика» йүнәлеше буйынса башҡорт төркөмсәһе эшмәкәрлеге тергеҙелде. Өфө ҡалаһында урынлашҡан милли мәктәптәрҙе үҙәкләштереү маҡсатында 10 мәктәп район хакимиәте ҡарамағынан ҡала хакимиәте ҡарамағына ҡайтарылды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡатнашлығында «Туған телдәр сәғәте» форматында кәңәшмәләр индерелде. Телде һаҡлау мәсьәләһе – республика Хөкүмәтенең даими иғтибары үҙәгендә. Киләһе ҡоролтайға тиклем республикабыҙҙа халҡыбыҙ өсөн тағы ла яҡшы эштәр башҡарылыр, тип ышанам. Ошо осорҙа башҡорт халҡының туған теленә иғтибары артыр, ғаиләлә туған телгә мөнәсәбәт тағы ла нығыраҡ яҡшырыр, тип инанам. Автор - Урал Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. Роман Шумнов фотолары.