Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының бер төркөм артисы махсус хәрби операция биләмәһенән йөрөп ҡайтты. Башҡортостандың халыҡ артистары – йырсылар Әлфиә Юлсурина һәм Заһир Иҫәнсурин, ҡурайсы Рушан Биктимеров, атҡаҙанған артистар Тимур Рамаҙанов, Венера Юлгилдина, баянсы Рэм Гәрәев һәм таыш операторы Илдар Ғәниев Луганск Халыҡ Республикаһында булды. Башҡортостан артистары махсус хәрби операция биләмәһенә йыш килә. Улар ДХР һәм ЛХР-ҙа фронт эргәһендәге госпиталдәрҙә, мәктәптәрҙә һәм мәҙәниәт учреждениеларында, республикабыҙ шефлыҡ иткән Красный Луч ҡалаһында, хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә сығыш яһай. Был яу шарттарында һалдаттарҙың хәрби рухын күтәреү, Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡын Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныштырыуға булышлыҡ итә. Филармония артистары ЛХР-ҙағы Ровеньки ҡалаһындағы госпиталдә концерт бирҙе – унда яугирҙәр реабилитация үтә. Шулай уҡ Петровскоелағы М. Шайморатов исемендәге мәктәптә лә сығыш яһанылар. – Был Луганскиға икенсе сәйәх