“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник психиатрия дауаханаһына өс яңы компьютер комплекты алынды. Автоматлаштырылған эш урындары республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһындағы эш талаптарына яуап бирә. Ул табиптарға пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙырға, электрон медицина карталарын алып барырға, тикшереүҙәргә йүнәлтмә бирергә, консультация алырға, телемедицина консультациялары үткәрергә ярҙам итәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйл