Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Президент сираттағы аҡыллы, юғары һөнәри оҫталыҡ кимәлен күрһәтте

Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты эксперты, политолог Марат Исмәғил улы Сафин белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың берләштерелгән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһында Президенттың тиҙ хәл ителә торған ҡарарҙар вәғәҙә итмәүе, системалы эш һәм оҙайлы пландар кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтеүе, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. – Тура бәйләнештә көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һүҙ барҙы. Президент, һорауҙарға үҙ баһаһын белдереп, ғәҙел һәм тура яуап бирҙе. Ул тиҙ хәл ителә торған ҡарарҙар вәғәҙә итмәй, системалы эш һәм оҙайлы пландар кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтә, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мәсьәләләр күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, әммә төп темалар булып махсус хәрби операция, Киев менән үҙ-ара мөнәсәбәт, дөйөм алғанда халыҡ-ара хәл-торош ҡала. Был контекста АҠШ һәм Европа менән мөнәсәбәттәр, шулай уҡ Президенттың Яҡын Көнсығыштағы ваҡиғалар үҫешенә сәйәси ҡарашы, шул иҫәпт

Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты эксперты, политолог Марат Исмәғил улы Сафин белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың берләштерелгән тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһында Президенттың тиҙ хәл ителә торған ҡарарҙар вәғәҙә итмәүе, системалы эш һәм оҙайлы пландар кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтеүе, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. – Тура бәйләнештә көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һүҙ барҙы. Президент, һорауҙарға үҙ баһаһын белдереп, ғәҙел һәм тура яуап бирҙе. Ул тиҙ хәл ителә торған ҡарарҙар вәғәҙә итмәй, системалы эш һәм оҙайлы пландар кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтә, ваҡыт менән иҫәпләшмәй эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мәсьәләләр күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, әммә төп темалар булып махсус хәрби операция, Киев менән үҙ-ара мөнәсәбәт, дөйөм алғанда халыҡ-ара хәл-торош ҡала. Был контекста АҠШ һәм Европа менән мөнәсәбәттәр, шулай уҡ Президенттың Яҡын Көнсығыштағы ваҡиғалар үҫешенә сәйәси ҡарашы, шул иҫәптән Фәләстин һәм Сүриә проблемалары хаҡында һүҙ алып барылды. Бөтә мөһим мәсьәләләр буйынса ил башлығының төплө ҡарашы күҙәтелә. Күренеүенсә, ул һөйләшеүгә әҙер һәм был хаҡта Киевта һәм Вашингтондағы коллегаларына белдереү өсөн тура эфир майҙанын ҡуллана. BBC-ҙың сит ил журналисы Стивен Розенбергтың: “Борис Ельцин власты тапшырғандан һуң һуңғы 25 йылда илде һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу мөмкинме?” – тигән һорауына яуап тура эфирҙың төп өлөшө булып тора. Владимир Путин, илде һаҡлап ҡына ҡалмауын, ә уны “упҡын сигенән” йолоп ҡалдым, тип белдерҙе. Ул власҡа килгәнгә тиклем Рәсәй үҙаллылығын юғалтыу юлында булған, һәм ул булмаһа, ил үҙаллы дәүләт булараҡ йәшәй алмаҫ ине, тип билдәләне. Был яуап етәкселектең халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге сәйәсәтен аңлау өсөн мөһим һәм күп кенә сәйәси ҡарарҙарын аңлата. Ул Украиналағы көрсөк тураһында ла асыҡтан-асыҡ һөйләне, Рәсәйҙең махсус хәрби операцияны башлауы буйынса ҡәтғи сараларҙың мәжбүри булыуын һәм дәүләт етәкселеге быға тиклем һәм бынан һуң да һөжүмде йәйелдерергә йыйынмағанын, әммә шул уҡ ваҡытта был ваҡиғаларға эҙмә-эҙлекле әҙерлек кәрәклеген билдәләне. Дөйөм алғанда, Президент бөтә һорауҙарҙы яҡшы аңлай һәм уларҙы ентекләп тикшерә. Ул әйткән һүҙҙәренә бик яуаплы ҡарай. Мәсьәләнең етдилеген аңлай һәм уларҙы хәл итер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белә. Шулай ҙа, ҡайһы бер белдереүҙәренең киҫкен булыуына ҡарамаҫтан, Президент дипломатик аҙым яһау һәм һөйләшеүҙәр үткәреү мөмкинлеге өсөн юл ҡалдыра. Әлбиттә, Президентыбыҙ Көнбайыш сәйәсмәндәренән һиҙелерлек айырыла. Үкенескә күрә, Европа һәм Америка элиталарының күпселегенең кимәленең йылдам түбән төшөүен күҙәтәбеҙ. Уларға белдекһеҙлек, белемһеҙлек, популизм һәм сәйәси мәсьәләләрҙә ирекле булмау хас. Улар ҡарар ҡабул иткәндә үҙ илдәренең граждандарының мәнфәғәттәренән сығып эш итмәй. Бөгөн уларҙың береһе лә иҡтисадҡа, сәйәсәткә һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы һорауҙарға юғары кимәлдә яуап бирә, шулай уҡ үҙ халҡы мәнфәғәтендә үҙаллылыҡ сәйәсәтен алып бара алмай. Йомғаҡ яһап, Президент сираттағы аҡыллы, юғары һөнәри оҫталыҡ кимәлен күрһәтте, тип әйтергә мөмкин. Владимир Владимирович бөгөнгө мәсьәләләрҙе бик яҡшы аңлай, белә, әгәр нимәлер аңлашылмаһа, уны хәл итеү өсөн асыҡ һәм тура һөйләшеүгә әҙер, - тип баһаланы Марат Сафин. Фото: Марат Сафиндың шәхси архивынан.