Балтас үҙәк район дауаханаһы сираттағы тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтте. Яугирҙәр барыбыҙҙың да хәстәрлегенә, иғтибарына мохтаж саҡта һәр ярҙам баһалап бөткөһөҙ. Дауахана табиптары уларға дарыуҙар менән бергә медицина кәрәк-яраҡтары, бәйләү материалдары әҙерләне. Дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен индереүҙәре менән медицина хеҙмәткәрҙәре ҡәнәғәт. Баш табип Салауат Ғилметдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Повар” позывнойлы яугир менән осрашып, уға рация бүләк итте һәм һалдаттарҙың йорттарына еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне. Дауахана хеҙмәткәрҙәренә яҡташтарыбыҙға даими гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Ә яугирҙәргә бөтә күңелебеҙ менән ныҡлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ. Бөтә ил, республика һеҙгә күҙен төбәп, оло ышаныс менән еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтә. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-12-15/svoih-ne-brosaem-4053516?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580