Кисә Өфөләге “Кумпан-терра” ресторанында республикала милли аш-һыу оҫтаһы булып танылған Индүсә Арыҫланованың яңы китабы – “Башҡорт кухняһының иң яҡшы ризыҡтары. Быуаттар аша килгән йолалар” баҫмаһы менән таныштырыу сараһы үтте. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мастер-ашнаҡсыһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Индүсә Арыҫланова баҫмаһында милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫталығы, нескәлектәре менән уртаҡлаша. Сарала ҡатнашҡан республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова, эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин, сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Василий Таболин, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Агарагим Кагиргаджиев, БР-ҙың Кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Наталья Чибрикина, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Әминева сығыштарында баҫманың әһәмиәтен билдәләне, уның туристар өсөн бик ҡыҙыҡлы булырын, ә тимәк, республикабыҙҙы таныулыраҡ итеүгә өлө