Махсус операцияла хәл ҡырҡа үҙгәрә, фронт һыҙығы буйлап хәрәкәт итәбеҙ, Рәсәй яугирҙәре көн һайын яңы ерҙәрҙе азат итеүгә өлгәшә, Рәсәй махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүгә яҡын тора. Был хаҡта Владимир Путин тура бәйләнеш барышында һөйләне. – Рәсәй Ҡораллы Көстәренең мөмкинлектәре арта бара. Яугирҙәребеҙҙең барыһы ла батырҙарса алыша, – тип билдәләне Путин һәм яугирҙәргә уңыштар, еңеү, өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. – Украина хәрби көстәре өсөн Курск өлкәһенә инеүҙән һәм унда ҡалыуҙан мәғәнә юҡ, сөнки улар үҙҙәренең иң яҡшы штурм төркөмдәрен һәм подразделениеларын шунда ебәрә. Курск өлкәһен азат иткәндән һуң зыянды баһаларға мөмкин булыр, ләкин барыһын да тергеҙербеҙ. Рәсәй властары Курск өлкәһенән күсенеп китергә теләүселәргә ярҙам итер, – тип билдәләне Рәсәй Президенты. Путин Курск өлкәһендә алышҡан яугирҙәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар булараҡ аҡса алмауын етешһеҙлек тип атаны. Ул был хәлде төҙәтергә ҡушты. Дәүләт башлығы алыҫҡа атыусы “Орешник” ракетаһы хаҡында ла һөйләне. “Орешник”ты етештереү тураһында аҙаҡҡы ҡарарҙы үҙем ҡабул иттем, тип өҫтәне Путин. – “Орешник” 5,5 мең километр алыҫлыҡҡа етә ала. Ракетабыҙҙы бер нисек тә бәреп төшөрөү мөмкин түгел, – тине Путин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда тәүге көндәрҙән үк махсус операцияла ҡатнашыусыларға тиҫтәләгән ярҙам саралары ғәмәлдә, хәҙер уларҙың һаны 40-тан ашҡан. Республиканан М. Шайморатов, А. Доставалова, Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальондары, шулай уҡ “Башҡортостан” полкы махсус хәрби операцияға юлланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә ярҙам итеүҙе Башҡортостан өсөн өҫтөнлөк тип атаны. – Беҙ өҫтөнлөктәрҙе билдәләнек: яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен тәьмин итеү. Һәм мотлаҡ ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ, иҡтисадты үҫтереү. Әгәр был булмаһа, тәүге өс бурысты ла үтәп булмаясаҡ. Беҙ үҙебеҙҙе ысын илһөйәрҙәр тип һанайбыҙ, илгә хеҙмәт итеүгә бөтә көсөбөҙҙө һалырға әҙербеҙ. Тиҫтәләрсә мең егеттәребеҙ унда ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып һуғыша икән, шунан да мөһимерәк нәмә бармы? Уларға ярҙам итеүҙән дә мөһимерәк нәмә бармы? Был иң мөһиме", – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: видеояҙманан скриншот.