Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биләмәләрҙе, телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә арнала

24 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Евразия үҙәге ойошторған «Был минең донъям: биләмәләр, телдәр, мәҙәниәттәр» халыҡ-ара форумы үтә.

24 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Евразия үҙәге ойошторған «Был минең донъям: биләмәләр, телдәр, мәҙәниәттәр» халыҡ-ара форумы була. Майҙансыҡта илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге белгестәре, шул иҫәптән Иран һәм Малайзия Ислам Республикаһынан сит ил эксперттары, тәбиғәт мираҫы объекттары, тәбиғәт парктары һәм ҡурсаулыҡтары вәкилдәре, ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уҡытыусылары йыйыласаҡ. - Өс сессия форматында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында беҙ белем биреү дискурсында телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогын, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың һәләттәре менән идара итеү аспекттарын, шулай уҡ халыҡ-ара әһәмиәттәге тотороҡло үҫеш биләмәләрендә уҡыусылар һәм студенттар өсөн әҙерләнгән ғилми һәм аң-белем таратыу проекттарын тикшерәсәкбеҙ, - тип һөйләне Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты етәксеһе Рената Лоҡманова. Сараны уҙғарыу урыны: Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы (Зәки Вәлиди урамы, 32А йорто, 6-сы ҡат). Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8-9874899555 Альбина Байбулатова. Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайты.