Тура бәйләнеш ваҡытында Владимир Путин, Түбәнге Новгород өлкәһендә йәшәүсе ҡатындың оло йәштәге атаһын кардиологҡа яҙып алыу мөмкин түгеллеге тураһындағы һорауына яуап биреп, Рәсәйҙә күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә белгестәр ағымы күҙәтелә, тип белдерҙе. Рәсәй Президенты кадрҙарға бәйле төп мәсьәләнең һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһында булыуын таныны. Владимир Путин урындағы власть органдарының бурысы тип кадрҙар етешмәүе булмаһын өсөн медицинаға йөкләмәне бүлеүҙе атаны. – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә тырыша һәм был процесс бара. Беҙ табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына өҫтәмә түләй башланыҡ, һуңғы йылдар дауамында тәүге тапҡыр һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 17,5 мең белгес килеүен күрәбеҙ. Әммә ризалашмайынса булдыра алмайым, һис шикһеҙ, һаулыҡ һаҡлауҙың төп звеноһын нығытырға һәм быны әлегә тиклем булғандан күпкә ҙурыраҡ һәм яҡшыраҡ темптар менән эшләргә кәрәк, – тине Президент һәм ҡатынға атаһын кардиологҡа яҙырға ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. А