Яҡындарын махсус-хәрби операцияға оҙатҡан замандаштарыбыҙ өсөн һәр бер көн һынау. Йөрәктәре янһа ла, быны йөҙҙәрен сығармаҫҡа тырыша улар. Сираттағы командировка мәлендә Ишембай районының Ишәй ауылында “Сайка” позывнойлы батыр яугиребеҙҙең ғаиләһен күреп сыҡтыҡ. Әсәһе эштә булыуы сәбәпле, әңгәмәбеҙ һалдаттың атаһы Илшат Сәйфетдинов менән барҙы. Был ғаиләлә дүрт бала үҫә. Уларҙың барыһы ла үҙ аллы, яуаплы итеп тәрбиәләнә. Иң кеселәре 2022 йылда өлөшләтә мобилизация ваҡытында махсус хәрби операцияға юллана. –“Ил саҡыра икән, барам” тине улым. Кемдер бит илде һаҡларға тейеш. Уның ҡарарын хупланым. Бәләкәйҙән бик яуаплы булып үҫте ул. Ҡушҡан эште еренә еткереп үтәй торғайны. Спорт менән дә шөғөлләнде. Волейбол, баскетбол, еңел атлетиканы яратты. Район кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашты. Армияла махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеп ҡайтты. “Армияға бар, был ир-егеттәрҙең бурысы” тинем улыма, – тип һөйләне заманында үҙе лә ике йыл Польшала ракета-артиллерия часында хәрби бурысын