Найти в Дзене

Демографияһы түбән булған төбәктәр иғтибарына

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Чечняла һәм Тывала демография менән барыһы ла яҡшы, әммә проблемалары булған төбәктәргә ярҙам кәрәк, тип белдерҙе. Тыуым кимәле 1,41 коэффициенттан кәмерәк булған Рәсәй субъекттарына айырым программа эшләргә кәрәк, тип билдәләне Владимир Путин. Президент һүҙҙәренсә, уларҙың һаны 35-кә яҡын. Был төбәктәр өсөн алдағы бер нисә йылға 75 миллиард һум финанслау күләме менән айырым ярҙам программаһы булдырыла. Владимир Путин тыуымды арттырыу өсөн дәүләт саралары комплексы тураһында һөйләне. Шулай уҡ Президент, тыуым мәсьәләһе менән бөтә төбәк башлыҡтарының эш көнө башланырға һәм тамамланырға тейеш, тип билдәләне. Шулай уҡ илдең демография сәйәсәтенә ҡағылышлы һорауына яуап биреп, ғаиләләргә төп ярҙам сараларын әйтеп үтте: Балаларға берҙәм пособие; Әсәлек капиталы; 6 процентлы ғаилә ипотекаһы; Ипотеканы ҡаплауға өсөнсө бала өсөн 450 мең һум күләмендә субсидия. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле ил етәксеһе менән тура бәйләнеш бара. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары”

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Чечняла һәм Тывала демография менән барыһы ла яҡшы, әммә проблемалары булған төбәктәргә ярҙам кәрәк, тип белдерҙе. Тыуым кимәле 1,41 коэффициенттан кәмерәк булған Рәсәй субъекттарына айырым программа эшләргә кәрәк, тип билдәләне Владимир Путин. Президент һүҙҙәренсә, уларҙың һаны 35-кә яҡын. Был төбәктәр өсөн алдағы бер нисә йылға 75 миллиард һум финанслау күләме менән айырым ярҙам программаһы булдырыла. Владимир Путин тыуымды арттырыу өсөн дәүләт саралары комплексы тураһында һөйләне. Шулай уҡ Президент, тыуым мәсьәләһе менән бөтә төбәк башлыҡтарының эш көнө башланырға һәм тамамланырға тейеш, тип билдәләне. Шулай уҡ илдең демография сәйәсәтенә ҡағылышлы һорауына яуап биреп, ғаиләләргә төп ярҙам сараларын әйтеп үтте: Балаларға берҙәм пособие; Әсәлек капиталы; 6 процентлы ғаилә ипотекаһы; Ипотеканы ҡаплауға өсөнсө бала өсөн 450 мең һум күләмендә субсидия. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле ил етәксеһе менән тура бәйләнеш бара. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” Сall-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.