Саҡмағош районынан һөйөнөслө хәбәр килде. Мәғлүом булыуынса, район үҙәгендә – Саҡмағош ауылының Сөләймәнов урамындағы яңы йорттан биш йәш кешегә фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үткән. Быларҙың барыһы ла етем балаларҙы һәм ауыр сирҙәр менән яфаланған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Улар барыһы ла был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алған, Яңы йыл алдынан ошондай бүләк алыуҙарына бик шатланған. Фатир хужалары араһында - Иҫке Ҡалмаш ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ҙә бар. Әле ул яраланғандан һуң һаулығын нығыта, ошо көндәрҙә иптәштәре янына юлланасаҡ. – Хәҙер минең төбәп ҡайтыр урыным барлығына ҡыуанам, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ватан һаҡсыһы. – Фатирҙар яҡты, йылы һәм уңайлы, ремонт эшләнгән. Төҙөүсегә ҙур рәхмәт – Раил Рифғәт улы Мөхтәруллин етәкселегендә “Монтажстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш ойошмаһы бик сифатлы һәм заманса биҙәлешле яңы йорт төҙөгән. Йорт бөтә социаль объекттар