Найти в Дзене

Республиканың Йәмәғәт палатаһы йылға йомғаҡ яһаны

18 декабрҙә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфөләге юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусында VII Составтағы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда федераль спикерҙар һәм эксперттар, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы һәм муниципалитеттары вәкилдәре, эксперт берләшмәһе, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышта Башҡортостан Республикаһының VII Составтағы Йәмәғәт палатаһының 2024 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге, 2024 йылда Башҡортостан Республикаһына һайлауға йәмәғәт контроле, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, төбәк Йәмәғәт палатаһы комиссияларының 2024 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһының быйылғы эшмәкәрлеге мәсьәләләре тикшерелде, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү, Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылы сиктәрендә Б

18 декабрҙә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфөләге юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусында VII Составтағы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда федераль спикерҙар һәм эксперттар, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы һәм муниципалитеттары вәкилдәре, эксперт берләшмәһе, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышта Башҡортостан Республикаһының VII Составтағы Йәмәғәт палатаһының 2024 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге, 2024 йылда Башҡортостан Республикаһына һайлауға йәмәғәт контроле, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, төбәк Йәмәғәт палатаһы комиссияларының 2024 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһының быйылғы эшмәкәрлеге мәсьәләләре тикшерелде, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү, Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге тураһында сығыштыр тыңланды. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы һәм Йәмәғәт палатаһы хеҙмәттәшлеге йомғаҡтары, шулай уҡ Салауат ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы Һәм Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы советтың хеҙмәттәшлеге ҡаралды. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов, Йәмәғәт Палатаһының 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә яҡынса йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан 16 йөкләмә килеүен билдәләне. Уларҙың туғыҙы буйынса эш алып барыла, ете йөкләмә үтәлгән һәм ғәмәлгә ашырылған. Конференция аҙағында Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы эксперттарын һәм башҡа вәкилдәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Белешмә: Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы – 2009 йылда булдырылған консультатив-кәңәшмә органы, ул граждандарҙың, йәмәғәт берләшмәләренең, профсоюздарҙың, ижади союздарҙың, эш биреүселәр берләшмәләренең һәм уларҙың ассоциацияларының, профессиональ берләшмәләренең үҙ-ара эш итеүен тәьмин итә. Йәмәғәт палатаһы уның эшмәкәрлегендә граждандарҙың һәм башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәмәғәт берекмәләре вәкилдәренең ирекле ҡатнашыуы нигеҙендә формалаша. Фото: op.bashkortostan.ru.