Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты 19 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 12.00 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса 14.00 сәғәттә) йылға йомғаҡ яһай һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә. Матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быйыл матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш берләштерелгән форматта үткәрелә. “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” Сall-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була. Быйыл Сall-үҙәк операторҙарына яһалма интеллект ярҙамға килә, шуға күрә мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡыты кәмегән. Шул уҡ ваҡытта операторҙар менән аралашыу ваҡыты сикләнмәй. Мәғлүм булыуынса, 18 декабрҙә кискә ҡарай бөтәһе 1 853 005 һорау килгән. Шул иҫәптән кол-үҙәккә 1 033 975 шылтыратыу булған, шулай уҡ СМС аша 435 меңдән ашыу хәбәр килгән. Сайт аша 116 634 мөрәжәғәт ҡабул ителгән, рәсми мобиль ҡушымта аша – 47 791. Бынан тыш, 219 382 һорау социаль селтәрҙәр аша килгән. Фото: Сергей Карпухин, ТАСС Фото сығанағы: kremlin.ru.
Бөгөн Владимир Путин йылға йомғаҡ яһай һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә
19 декабря 202419 дек 2024
~1 мин