Эсе генә түгел, тышы ла бик файҙалы емеш ул. Ҡабығында эфир майҙары, фитонцидтар, каротиноидтар, витаминдар, антиоксиданттар һәм башҡа шифалы матдәләр бар. Шуның өсөн сүплеккә һалырға ашыҡмағыҙ, тәүҙә уның файҙалы яҡтарына иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, эс ташҡанда, киткәндә мандариндың кипкән ҡабығын кофемолкала онтап, эремсеккә, бутҡаға, башҡа ризыҡҡа ҡушып (ярты - бер балғалаҡ тирәһе) ашарға мөмкин. Бронхит сирендә лә ҡулланалар уны. Ике ҡалаҡ онтаҡҡа стакан ярым ҡайнар һыу ҡойоп биш минут ҡайнатҡас, бер сәғәт төнәтеп, һөҙөп алырға. Эсемлекте ашарҙан ярты сәғәт алдан ярты стаканлап йылы килеш эсергә. Ҡоро йүтәлдә тиҙерәк үпкә таҙарһын өсөн дә шул рәүешле ҡулланырға мөмкин. Киҙеү мәлендә, һыуыҡ үткәреп ауырығанда мандарин тышы ярҙамында ингаляция эшләү яҡшы һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Уның өсөн йыйылған ҡабыҡҡа ҡайнар һыу ҡойоп, башты ҡаплап, быуҙы 10-12 минут һуларға. Бындай дауанан һуң йылы ябынып бер сәғәт ятып торорға кәңәш ителә. Тырнаҡта бәшмәк булғанда көнөнә ике тапҡыр мандарин ҡабығын