Унда республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары, оператив хеҙмәттәр һәм көс структуралары етәкселәре, шулай уҡ Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә төбәктең инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын террор хәүефенән һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, оператив штаб эше сиктәрендә йыл дауамында махсус хәрби операция шарттарында республиканың киҫкен инфраструктура объекттарын комплекслы яҡлауҙы ойоштороу системаһын төҙөгәндәр. Оператив штаб диверсия-террор акттар яһау ихтималлығы күберәк булған объекттар исемлеген билдәләгән. Рәсәй Оборона министрлығы һәм Сәнәғәт министрлығы тәҡдимдәренә ярашлы, предприятиелар пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡланыуҙы ойоштороу буйынса юл карталарын эшләгән. – Диверсияға ҡаршы һаҡлауҙы ойоштороуҙа һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса сараларҙың үтәлешен контролдә тотоуҙа кәрәкле методик ярҙам күрһәтеү өсөн республика Хөкүмәте Аппараты составында профилле департамент булды