18 декабрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Профессионалдар” Бөтә Рәсәй чемпионаты хәрәкәте һәм “Абилимпикс” чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Осрашыуҙа “Профессионалдар” чемпионатында, Юғары технологиялар чемпионатында, Инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында “Абилимпикс” һөнәри оҫталыҡ чемпионатында еңеү йәки призлы урындар яулаған үҫмерҙәр ҡатнашты. Төбәк етәксеһе слетта ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм уларҙың чемпионат хәрәкәтендәге уңыштарын юғары баһаланы. – Быйыл Санкт-Петербургта “Профессионалдар” федераль чемпионатында Башҡортостан йыйылмаһының сығышы көслө тәьҫир ҡалдырҙы – 44 миҙал яуланы, команда иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде. Был - бик яҡшы, лайыҡлы һөҙөмтә. Финалға барып еткән һәм еңеү яулаған һәр берегеҙ үҙенең юғары профессиональ оҫталығын һәм сәнғәтен раҫланы, – тине Радий Хәбиров. – “Абилимпикс”та ҡатнашҡан балаларға бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Әммә беҙҙең команда һәр ваҡыт яҡшы сығыш яһай. Мәскәүҙә Милли чемпионат йомғаҡтары буйынса һеҙ Рәсәй төбәктәренең тәүге 10 йыйылма командаһы иҫәбенә индегеҙ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылында һеҙ шундай иҫ киткес һөҙөмтә күрһәттегеҙ. Һәм һеҙҙең еңеү – был йүнәлештәге дөйөм ҙур эшебеҙҙең бер өлөшө. Башҡортостан Башлығы 2024 йылда Өфөлә “Салют” балалар реабилитация комплексы асылыуын хәтергә төшөрҙө. Был - флагман үҙәге, унда иң яҡшы медицина һәм реабилитация методикалары туплана. Ә дауалау уҡыуҙан айырылмайынса үтһен өсөн үҙәк составында мәктәп тә бар. Радий Хәбиров һәр йәш кешенең, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең, һөнәр алыу мөмкинлеге булыуының мөһимлеген билдәләне. – Бер нисә колледж махсус балалар өсөн махсус һөнәри әҙерлек программаларын индергән дә инде. Был йәһәттән алдынғы үҙәк булған Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжына рәхмәт, - тине республика етәксеһе. - Дөйөм алғанда, урта һөнәри белем биреүҙең роле бығаса булмағанса юғары. Беҙ Башҡортостанда хеҙмәт ресурстарының тәү сиратта эшкәртеү сәнәғәтендә ныҡ етешмәүен кисерәбеҙ. Был тармаҡ белгестәрен колледждарҙа әҙерләйҙәр. Шуға күрә беҙ урта профессиональ белемде үҫтереүгә етди иғтибар бүләбеҙ. Бөтә колледждарға ла этаплап инә башланыҡ, ремонт яһайбыҙ, уҡыу корпустарында, оҫтаханаларҙа, ятаҡтарҙа тәртип урынлаштырабыҙ, матди-техник базаны нығытыуға аҡса йүнәлттек. Минеңсә, урта һөнәри уҡыу йорттарында асылда илебеҙҙең иҡтисади йәһәттән киләсәге ята. *** Артабан Башҡортостан Башлығы балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе хеҙмәт кешеһенә ҡарата мөнәсәбәттең нисек үҙгәреүе хаҡында һөйләне. – Ул баланслыраҡ була бара. Һәм күп предприятиелар эшсе һөнәр вәкилдәре өсөн оптималь шарттар булдырырға тырыша. Тәү сиратта, һүҙ хәҙер ярайһы уҡ күтәрелгән эш хаҡы хаҡында бара. Башҡортостан буйынса 2024 йылдың 10 айында ул былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 17 процентҡа артҡан һәм 66 мең һумдан ашҡан, – тине Радий Хәбиров. – Предприятие етәкселәренә, әгәр уларға кадрҙар кәрәк икән, колледжда уҡыған тәүге йылдарынан уҡ йәштәрҙе үҙҙәренә йәлеп итергә кәрәк, тип әйтәм. Был стажировка, төрлө социаль өҫтөнлөктәр. Буласаҡ сығарылыш уҡыусылары үҙҙәрен коллективтың бер өлөшө итеп тойһон өсөн. Хеҙмәт шарттары ла мөһим. Хәҙер улар Советтар Союзында булғандан ныҡ айырыла. Яңы юғары технологиялы станок ҡорамалдары барлыҡҡа килә – был бөтөнләй икенсе кимәл. Кадрҙар йәлеп итеү өсөн предприятиелар ауыл колледждары менән хеҙмәттәшлек итә башлай, унда уларға кәрәкле профилле белгестәр әҙерләнә. Был яҡшы тәжрибә. *** – Иң мөһиме – был юғары компетенциялар, уларҙы һеҙ уҡыған ваҡытта ла алаһығыҙ. Хәҙерге производстволар йыш ҡына бик ҡатмарлы бурыстарҙы үтәү менән бәйле. Яҡшы әҙерләнгән белгестәр иҡтисад өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға күрә колледждарҙың матди базаһын тәртипкә килтереү беҙҙең өсөн бик мөһим. Һүҙ ремонт тураһында ғына бармай. Был тәү сиратта заманса оҫтаханалар булдырыу. Хәҙер илдә “Профессионалитет” федераль программаһы эшләй. Ул федераль һәм республиканың берлектә финанслауҙы, шулай уҡ бюджеттан тыш сараларҙы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан был проект лидерҙарының береһе булып тора. Республика колледждарҙы ремонтлау буйынса үҙ программаһын да тормошҡа ашыра, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Уҡыу йорттарын модернизациялауға йыл һайын 500 миллион һум бүленә. *** Осрашыуҙа ҡатнашыусылар йәш белгестәр өсөн ниндәй тармаҡтарҙың перспективалы булыуы менән ҡыҙыҡһынды. – Был йәһәттән хәл йылдан-йыл үҙгәрә. Һанлы технологиялар менән бәйле бөтөнләй яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Шуға күрә, әлбиттә, йәштәр өсөн һанлаштырыуға бәйле бөтә нәмәне өйрәнеү мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә санкция баҫымы күп тапҡырға артты. Шуға бәйле нефть промыслаһы секторында, эшкәртеү һәм еңел сәнәғәттә һәм, әлбиттә, машиналар эшләүҙә һөнәрҙәр ҙур һорау менән файҙалана. Мәҫәлән, донъяла авиация двигателдәре, самолеттар һәм вертолеттар бер нисә илдә генә сығарыла ала. Башҡортостан – был тармаҡта Рәсәй алдынғыларының береһе. *** Студенттар Башҡортостан Башлығынан сығарылыш уҡыусыларын, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе нисек эшкә урынлаштырыу тураһында ла һорашты. Төбәк етәксеһе, был йәһәттән республика төрлө пландағы эш алып бара, тип яуап бирҙе. – Уның төп элементтарының береһе – беҙҙең мәшғүллек хеҙмәте, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта бөгөн предприятие етәкселәре йыш ҡына үҙҙәре һөнәри уҡыу йорттарына килә, вакансиялар йәрминкәләре үткәрә. Дөйөм алғанда, эш тураһында тәҡдимдәр байтаҡ. Атап әйткәндә, республика Башлығы Башҡортостанда мәктәп стоматология кабинеттары өсөн медицина белгестәрен эшкә йәлеп итергә әҙер булыуҙарын хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе ултырышында төбәк колледждары базаһында “Стоматология эше” һөнәре буйынса уҡыу программаларын ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде. Осрашыуҙа Радий Хәбиров төбәктең колледждарында стоматология кабинеттарын булдырыу проекты өҫтөндә уйларға тәҡдим итте. *** Башҡортостан Башлығы йәш белгестәргә ниндәй кәңәш бирер ине, тигән һорауға Радий Хәбиров балаларға уҡыу һәм эш урындарын һайлауҙа үҙ мәнфәғәттәренә таянырға кәңәш итте. – Минеңсә, һеҙҙең йәштә иң мөһиме – белем туплау. Үҙегеҙ өсөн ниндәй белем алырға теләүегеҙҙе билдәләгеҙ. Әйткәндәй, колледжды тамамлаусыларҙың күбеһе һайлаған һөнәрҙәр буйынса тәрәнерәк әҙерлек алыу өсөн юғары уҡыу йорттарына уҡырға бара, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Һәм, әлбиттә, уҡыуҙан һуң ҡайҙа эшкә барырға кәрәклеген иғтибар менән уйлау бик мөһим. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы менән бер рәттән һеҙ эшләгән тораҡ пунктта йәшәү сифаты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙ йәш белгестәр өсөн уңайлы мөхит – үҫешкән социаль инфраструктура, медицина, уңайлы йәмәғәт урындары хаҡында бара. Беҙ Башҡортостанда ошо йүнәлештәрҙе үҫтерергә тырышабыҙ. *** Осрашыу аҙағында студенттар Башҡортостан Башлығына чемпионат хәрәкәтенә иғтибар һәм урта һөнәри белем биреүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар төбәк етәксеһенә “Абилимпикс” хәрәкәтенең брендлы формаһын тапшырҙы. Ә дрон йыйыу менән шөғөлләнгән ирекмәндәр Радий Хәбировҡа үҙҙәренең ирекмәндәр ойошмаһы шевронын бүләк итте. *** Аралашыуға йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров республиканың һөнәри белем биреү өлкәһендә ғорурланырлыҡ нәмәләре барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостанда яҡшы буласаҡ белгестәр уҡый һәм төбәктә уларҙың һөнәри үҫеше өсөн булдырылған база бар. – Беҙ чемпионат хәрәкәте лидерҙары иҫәбенә ингән егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Был ҡаҙаныш һөҙөмтәләр күҙлегенән генә түгел, республикала һөнәри белем биреүҙе үҫтереү өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы иҫәпкә алып та мөһим, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Башҡортостанда киң тармаҡлы уҡыу йорттары селтәре һаҡланып ҡалды – беҙҙә 92 колледж бар. Беҙ уларҙың матди базаһын яҡшыртыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. “Профессионалитет” программаһы сиктәрендә беҙ ҙур уңыштарға өлгәштек, шулай уҡ предприятиеларҙың ихтыяждарына ваҡытында яуап бирәбеҙ, талап ителгән һөнәрҙәр һанын арттырабыҙ. Башҡортостан Башлығы чемпионаттарҙа ҡатнашҡан командаларға уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләне. Төбәк етәксеһе ишара теле ярҙамында ишетеү һәләте насар булған балаларҙы Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы. Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктә чемпионат хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәштәрҙең аралашыуы һәм үҫеше өсөн мөмкинлектәр булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә, тип өҫтәне. – Үҙ-ара аралашыу өсөн һеҙҙе бында саҡырҙыҡ. Был бик мөһим. “Патриот” паркында һеҙҙең өсөн үҙәк булдырырға ниәтләйбеҙ. Биналарҙың береһен реконструкцияға әҙерләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Йәйгеһен бында айырыуса матур, һәм бындай осрашыуҙар даими булыр, тип ышанам. *** Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы республиканың һөнәри белем биреүҙәге ҡаҙаныштарын билдәләне һәм төбәктең киләсәк үҫеше өсөн эшсе һөнәрҙәрҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы арта барыуы бик мөһим. Республика был тенденцияны әүҙем хуплай, колледждарҙы һәм ятаҡтарҙы үҫтерә, уларҙың матди базаһын яҡшырта. Реаль һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ – уҡырға теләүселәр һаны арта, техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу көсәйә, – тине Радий Хәбиров. – Заманса һөнәрҙәр етди әҙерлек талап итә – теоретик ҡына түгел, практик та. Йәш белгестәребеҙ заманса ҡорамалдарҙа эшләү күнекмәләрен үҙләштерә, был уларҙы ысын профессионалдар итә. *** Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә бассейн төҙөү проекты менән танышты. Парктың генераль директоры Александр Старшинин аңлатыуынса, ғәмәлдәге Физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә дүрт юлға иҫәпләнгән 25 метрлыҡ бассейн, шулай уҡ үҙенең ҡаҙанлығын төҙөү планлаштырыла. Әлегә объектты проектлау бара. Бынан тыш, 2025 йылда бында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла, парк уның исемен йөрөтә. Төбәк Башлығына монумент проекты тәҡдим ителде, ул уны Геройҙың ата-әсәһе менән өҫтәмә рәүештә яраштырырға тәҡдим итте. Төбәктең мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һәйкәл ҡуйыласаҡ скверҙа яҡтыртыу үткәрелеүен һәм брусчатка һалыныуын хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Патриот” паркы Шишмә районында 2022 йылдан эшләй. Ул үҙ эсенә "Авангард" йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙең уҡыу-методик үҙәген, "Партизан ауылы" музей-күргәҙмә комплексын, хәрби-тактик уйындар үҙәген, хәрби-ялан лагерын, Геройҙар ярышы ҡаршылыҡтар һыҙатын, йоҡо корпустарын һәм ашхананы ала. 2024 йылда бында тағы ла ике торлаҡ модуле һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлай, унда йыйылыштарҙа һәм профилле сменаларҙа ҡатнашыусылар, шулай уҡ урындағы халыҡ йөрөй. Фото: glavarb.ru.
18 декабрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Профессионалдар” Бөтә Рәсәй чемпионаты хәрәкәте һәм “Абилимпикс” чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Осрашыуҙа “Профессионалдар” чемпионатында, Юғары технологиялар чемпионатында, Инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында “Абилимпикс” һөнәри оҫталыҡ чемпионатында еңеү йәки призлы урындар яулаған үҫмерҙәр ҡатнашты. Төбәк етәксеһе слетта ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм уларҙың чемпионат хәрәкәтендәге уңыштарын юғары баһаланы. – Быйыл Санкт-Петербургта “Профессионалдар” федераль чемпионатында Башҡортостан йыйылмаһының сығышы көслө тәьҫир ҡалдырҙы – 44 миҙал яуланы, команда иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде. Был - бик яҡшы, лайыҡлы һөҙөмтә. Финалға барып еткән һәм еңеү яулаған һәр берегеҙ үҙенең юғары профессиональ оҫталығын һәм сәнғәтен раҫланы, – тине Радий Хәбиров. – “Абилимпикс”та ҡатнашҡан балаларға б