“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, (национальный проект «Безопасные качественные дороги») быйыл 158 километрҙан ашыу оҙонлоҡта юлдар ремонтланған, тип хәбәр итә республиканың транспорт министрлығы. - Бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн транспорт уңайлылығын хәстәрләгән юлдарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Асҡын районында 4,7 километр оҙонлоғонда Асҡын – Көнгәк юлы капиталь ремонтланды. Ошо рәүешле Ҡубыяҙ, Урмияҙ, Яңы Күскилде, Иҫке Күскилде һәм башҡа ауыл халҡы өсөн хәүефһеҙ юл йөрөү хәстәрләнде, - ти Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Шулай уҡ төбәктә ҙур объекттарҙа ла эш дауам итә. Мәҫәлән, 13,9 километр оҙонлоғонда Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү бара. Шулай уҡ 40 километр тирәһе Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау дауам итә. Бынан тыш быйыл таяу юл селтәренә ингән трасса участкалары ла ремонтланды. Туймазы һәм Бәләбәй райондарында Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы трассаһында 10 килом