"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”милли проекты ярҙамында йәш табиптар Айнур Хәкимов һәм Тимур Кадиков Иглин районының Иглин ауылында “ДЕНТАМИР” стоматология клиникаһын асты. Стоматология заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бер йыл инде уңышлы эшләй һәм Иглин халҡына киң стоматология хеҙмәттәре: дауалау, протезлау, балалар стоматологияһы хеҙмәттәрен тәҡдим итә. 2024 йылдың сентябрендә компания күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеген киңәйтергә һәм өҫтәмә медицина ҡорамалдары һатып алырға ҡарар итте. Иглин районы хакимиәтендә бизнес-шерифтан консультация алғас, эшҡыуарҙар “Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте, ул бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына лизинг дәүләт ярҙамы күрһәтә. Һатып алынған ҡорамалдың хаҡы 1,9 миллион һум тәшкил итте. Эшҡыуарҙар индергән тәүге иғәнә 300 мең һум булған. Шулай итеп, эшҡыуарҙар лизинг компанияһы яғынан 48 айға 1,6 миллион һум күләмендә финанслау алды. “Яңы ҡора