Һуңғы йылдарҙа борон-борондан килгән им-томдарға, төрлө ырымдарға мөрәжәғәт итеүселәр йыш осрай. Күптәргә шәхси тормошонда уңышһыҙлыҡҡа осраһа, йәки эшендә ауырлыҡтар килһә, йыш сирләһә йәки бер туҡтамай башы ауыртһа, имсе инәйҙәргә барырға тәҡдим итәләр. Шулай уҡ кеше тураһында төрлө ғәйбәт таратһалар, уны юҡҡа рәнйетһәләр, ул кеше туҡтауһыҙ иҫнәй, йыш ауырый башлай. Хәле бөтә, ашағыһы килмәй, бер эшкә лә күңеле тәшмәй, йоҡо баҫа. Ҡайһы бер осраҡта уның менән бергә башҡа ғаилә ағзалары ла, хатта малы ла ауырырға мөмкин. Тап шундай хәлгә тарыусыларға тел-теш ҡырҡтырырға кәрәк тә инде. Бөгөн был эште теүәл һәм дөрөҫ итеп башҡарыусылар бик аҙ, хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә тел-теш ҡырҡыу йәки тел-теш төйөүҙе белмәйҙәр ҙә. Ҡот ҡойоу, имләү, тел-теш ҡырҡыу кеүек халҡыбыҙҙың борондан килгән һауыҡтырыу алымдары киң ҡулланылған. Бындай ырымды башҡарыусыларға тылсым көсө ғәҙәттә нәҫелдән күсә. Бала саҡтан әсәһенең төрлө им-том менән булышыуын күреп үҫкән, атаһынан дини һабаҡтар алған Фатима инәй