Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. "Вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙең төҙәтелгән проекты Баш дәүләт экспертизаһында тикшереү үтә. Ыңғай һығымта көтәбеҙ - һәм бер үк ваҡытта илебеҙҙең уникаль кампустарының береһен төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Был эш мәле, бер төҙөлөш тә уларһыҙ үтмәй. Һәм үтмәҫкә тейеш тә. Күп йылдарға төҙөйбөҙ бит. Шуға күрә Дәүләт экспертизаһы етәксеһенә һәм уның хеҙмәттәштәренә конструктив эштәре, һөнәри оҫталыҡтары һәм ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтемде еткерергә теләйем. Коллаборацияла барыһы ла килеп сыға һәм шул арҡала беҙ ҙур бурыстарҙы ҡыҫҡа ваҡытта атҡара алабыҙ. Әлегә икенсе сират проекты раҫлана, ҙур мәсьәләләр блогын эшләп бөтөрәбеҙ, эске эш алып барабыҙ. Бер йылдан кәмерәк ваҡыт элек тәү сиратты сафҡа индерҙеләр, һәм бында студенттарҙан, ғалимдарҙан һәм индустриаль партнерҙарҙан ныҡлы берләшмә барлыҡҡа килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә фәнде һәм инновацияларҙы үҫтереү буйынса бер нисә ҡарар тураһында белдерҙе. Киләһе йылдан беҙ исемле премиялар менән “Йәш йыл ғалимы” исемен булдырасаҡбыҙ. Бынан тыш, Башҡортостан 20 пилот төбәк иҫәбендә 2030 йылға тиклем үҙенең ғилми-технологик үҫеш комплекслы программаһын әҙерләне. Был - Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты хәл итәсәк бурыстар комплексы. Ҙур нәмә бәләкәйҙә күренгән кеүек, көндәлек ҡиммәттәребеҙ ҙә аныҡ һыҙат ала. Улар - вуз-ара кампус, мәғарифты үҫтереү, үҙ кадрҙары һәм Башҡортостандың фәнни-технологик ҡеүәтенең үҫеше", тип яҙҙы ул. Фото: А. Назаровтың сәхифәһенән.