Бынан байтаҡ йылдар инде республикала ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, ғаилә статусын нығытыуға, ир-аттарҙың ролен күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Яҡшы башланғыстар йәмғиәт тарафынан хуплап ҡаршы алынды. Республикала быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын тапшырыу тантанаһы шуға сағыу миҫал. Атайҙар – ил терәге, балалары өсөн ҙур таяныс та, дәрт-ҡеүәт биреп тороусы маяҡ та. Атай йорто– тормош ҡото, күпме генә йылдар үтһә лә, ул һине магниттай тартып, бала саҡ хәтирәләрен яңыртып тора. Атайҙарҙың үткер күҙе, ел-ямғыр тейҙермәҫлек көслө ҡанаты һәм һөйөүе аҫтында үҫкән балалар тормошҡа ҙур әҙерлек менән аяҡ баҫа. Улар үҙҙәренең хеҙмәте, ғаиләһенә, тыуған яғына, яҡындарына йылы ҡарашы менән, яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙән тыш та, ул һәм ҡыҙҙарында йәшәгән төйәгенә, Ватанына, тарихына, мәҙәниәтенә сикһеҙ хөрмәт, илһөйәрлек тәрбиәләй. “Күп балалы атайҙар” номинацияһында наградаға лайыҡ булған Алмас Фәрит улы Ибраһимов - тап шундай өлгөлө атайҙарҙың береһе. Ҙур ғаилә ҡороп,