Республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Урал Искәндәров хәбәр итеүенсә, бөтәһе 241 ҡышҡы тау буласаҡ, шуларҙың 133-ө дәүләт теркәүен үтәсәк. Һүҙ юғары, уртаса һәм түбән хәүеф категорияларына ҡараған ҡоролмалар хаҡында бара. Был башлыса төрлө материалдар һәм технологиялар ҡулланып, ҡатнаш ҡоролмалар йәки ҡойоп яһалған ағас тауҙар. Бейеклеге бер метрға тиклем булған боҙ тауҙары техник торошон тикшереүҙе талап итмәй. – 17 декабргә ҡарата Дәүләт комитеты белгестәре 96 тауҙың торошон тикшерҙе. Башҡа 37 ҡоролманы теркәү эшен 20 декабргә тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ, - тине Урал Искәндәров. Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы яңы йыл ҡаласыҡтары биләмәһендә тауҙарҙан хәүефһеҙ шыуыу ҡағиҙәләрен урынлаштырыу кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ ҡышҡы осорҙа халыҡ өсөн ҡышҡы аттракциондарҙы файҙаланыу мәсьәләләре буйынса консультациялар өсөн 8-800-347-70-00 ҡыҙыу линия буласағын өҫтәне. Бынан тыш,
Яңы йыл ҡаласыҡтарындағы тауҙар хәүефһеҙлеккә тикшерелә
17 декабря 202417 дек 2024
1 мин