Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы башҡорт мөхитен үҙ итеүселәргә “Ырыҫлы бишек” программаһын тәҡдим итте. Театрлаштырылған тамаша Башҡорт теле көнөнә һәм Ғаилә йылына, филармонияның 85 йыллығын йомғаҡлауға арналды. Театрлаштырылған музыкаль тамаша башҡорттарҙың көнкүреш йолаларына – бәпес тыуыу, исем ататыуға, ҡыҙ әйттереү, йәштәрҙе өйләндереүгә, туй ваҡиғаһына бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте. Программа, әлбиттә, башҡорт көйҙәре-йырҙарына, бейеүҙәренә бай булды. Филармония артистары был көндө бөтә артислыҡ һәләттәрен эшкә егеп, тамашасылар алдына йолаға ярашлы төрлө ролдәрҙе башҡарыусылар сүрәтендә лә баҫты. Сығыш яһаусылар араһында филармонияның билдәле солистары, ижади коллективтары бар ине. Музыкаль яҡтан тамашаны башҡорт мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы – Халыҡ ҡоралдары Милли оркестры (баш дирижеры, художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов) һәм республикабыҙҙың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (етәксеһе – Алһыу Хәсбиуллина) биҙәне. Тамашаның режиссеры – Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Әлфиә Ғимаҙиева. Милли рух менән һуғарылған сараны VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары ла ҡараны. Туған моңдар, туған өндәрҙе һағынып йәнтөйәккә ашҡынып ҡайтҡан ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе – Динара Шәйхетдинова-Исламова. Ул ҡоролтай эшендә Төркиәнән килгән делегат булараҡ ҡатнашты. Динаранан “Ырыҫлы бишек”тән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораным. – Башҡортостаныбыҙҙың дәүләт филармонияһында ҡуйылған был тамаша бик оҡшаны. Саҡырыуҙа оркестр тураһында яҙылғас, мин ҡыуана-ҡыуана милли музыка ҡоралдарын тыңларға барҙым. Ә килһәм, тағы бер сюрприз – тотош театрлаштырылған тамаша! Төрлө тарафтарҙан йыйылған милләттәштәребеҙ алдында ошондай йөкмәткеле сара үткәреү бик урынлы, кәрәкле булды, тип һанайым. Шәхсән миңә килгәндә генә лә, халҡыбыҙҙың бала тыуғандан алып уны башлы-күҙле итеүгә ҡәҙәре йолаларын ҡарау шул тиклем күңелгә яҡын ине. Сабыйҙы заманса карауатҡа түгел, ә сәңгелдәккә һалып, матур теләктәр теләү күренеше айырыуса оҡшаны, күңелгә май булып яғылды. Туй йолаһын күрһәтеүҙәре лә ныҡ фәһемле булды. Сер түгел, балаларын өйләндергән хәҙерге быуын ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ныҡлап белмәй, “нисек була икән” тип аптыранып ҡала. Бына шундай милләттәштәргә ярҙам булырлыҡ ине был күренеш. Артистар ҡыҫҡа ғына күренештәргә ҙур мәғәнәне һыйҙырып, туй йолаһының бар үҙенсәлектәрен дә тиерлек сағылдыра алды: килен төшөрөү, һыу юлы күрһәтеү, килен күстәнәстәрен таратыу кеүек һәм башҡа матур йолаларҙы ҡараныҡ. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың йолалары хәҙер тағы тергеҙелә башланы. Тамашасылар араһында ла балаларын башлы-күҙле итергә йыйынған яҡташтар булғандыр, шундайҙарға әлеге театрлаштырылған тамаша бик ҡулай, үҙе бер тәжрибә булды, тип уйлайым. Беҙгә лә килер ул көн, насип итеп. Сит илдән ҡайтып, ҡоролтайҙың беренсе көнөнән үк рухлы милли мөхиткә сумыу күңелгә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек, кинәнес бирҙе. Артистарыбыҙҙы ла социаль селтәрҙәрҙән генә ҡарап, тыңлап ултырған кешегә сәхнәнән йәнле сығыштарҙы ҡарауға ни етә?! Уларҙың оҫталығына, талантына һоҡланып ултырҙым. Бер һүҙ менән әйткәндә, “Ырыҫлы бишек”те ҡарап, әллә күпмегә етерлек дәрт алып, тәьҫирләнеп сыҡтым. Яҡташтарға беҙҙе ошондай матур кисә менән ҡаршылап, киләсәк эштәргә илһам биреп тороуҙары өсөн ҙур рәхмәт! – тип кисерештәрен еткерҙе ул. Милләтебеҙ ҡотон һаҡлау сабый бишегенән үк башлана. Филармония коллективы өндәгәнсә, шул ырыҫлы бишегебеҙҙе юғалтмайыҡ! Был саҡырыу милләттәштәребеҙ күңелендә ауаздашлыҡ табыр, тип ышанғы килә. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Фотолар – Башҡорт дәүләт филармонияһынан.