Найти в Дзене

Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 16-22 декабрҙә Сәләмәт туҡланыуҙы популярлаштырыу аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте. Дөрөҫ туҡланыу метаболик боҙолоуҙарға һәм күп кенә сирҙәргә юл ҡуймай, тип иҫәпләй табиптар. Сәләмәт туҡаныу сифатлы аҙыҡ-түлеккә, уларҙың миҡдарына һәм ҡабул итеү ваҡытына нигеҙләнә. Иғтибарҙы сикләүҙәргә генә йүнәлдерергә ярамай, ә туҡланыуға файҙалы, рациондың нигеҙен тәшкил иткән аҙыҡтарҙы индереүҙе үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, аҙнаһына рационға ике тапҡыр балыҡ, көн һайын йәшелсә, сәтләүек, еләк-емеш индереү мөһим. Рәсәйҙә халыҡтың тоҙҙо күп файҙаланыуы билдәле, айырыуса ҡыш көндәрендә тоҙ самаһыҙ ҡулланыла (көнөнә 12-13 грамға тиклем). Тәүлек нормаһы – көнөнә биш грамм ғына. Дөрөҫ туҡланыу хроник сирҙәрҙе иҫкәртергә һәм кәметергә, сәләмәтлекте һәм йөҙ матурлығын һаҡларға, буй-һын зифалығын юғалтмаҫҡа мөмкинлек бирә. Таҙа һыу һәм саф һауа кеүек үк аҙыҡ-түлек төрлөлөгө һәм туҡланыу режимы кеше һаулығы өсөн мөһим Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.