Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ете бала йортһоҙ ҡалған...

Бөгөн төнөн Көйөргәҙе районы Молокан ауылында янғын 10х8 метр ҙурлыҡтағы бүрәнә йортто юҡҡа сығара. Аллаға шөкөр, ҡорбандар юҡ: бәлиғ булмаған ете балаһы әсәйҙәре кейенеп өлгөрөр-өлгөрмәҫ сығып ҡотола. “Был ниндәйҙер фажиғәле төн булды: буранда көслө ел арҡаһында электр линияһы өҙөлдө, шуға күрә кис тораҡ пунктта - яҡтылыҡ, электр энергияһы булмау сәбәпле һыу һәм элемтә булманы”, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. Янғын шәм ҡулланғанда сыҡҡан тип фаразлайҙар. Әлегә ғаилә ваҡытлыса ошо уҡ ауылда йәшәгән өләсәйҙәрендә. Махсус хәрби операцияға киткән ғаилә башлығынан октябрҙән алып хат-хәбәр килгәне юҡ икән. “Зыян күргән ғаиләгә мөмкин тиклем ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Көйөргәҙе районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы аҡса йыйыу тураһында иғлан иткән. Шулай уҡ Ғаилә хеҙмәте әйберҙәр йыйыу ойоштора. (Ғаиләләге иң бәләкәй ҡыҙға өс ай ҙа юҡ, өлкәнерәктәренә 2, 5,8,12, ә малайҙарға З, 11, 20 йәш, әсәйҙәренә 39 йәш.) Зинһар, битараф ҡалмағыҙ! Үҙебеҙҙең яҡтан торлаҡ мәсьәләһе м

Бөгөн төнөн Көйөргәҙе районы Молокан ауылында янғын 10х8 метр ҙурлыҡтағы бүрәнә йортто юҡҡа сығара. Аллаға шөкөр, ҡорбандар юҡ: бәлиғ булмаған ете балаһы әсәйҙәре кейенеп өлгөрөр-өлгөрмәҫ сығып ҡотола. “Был ниндәйҙер фажиғәле төн булды: буранда көслө ел арҡаһында электр линияһы өҙөлдө, шуға күрә кис тораҡ пунктта - яҡтылыҡ, электр энергияһы булмау сәбәпле һыу һәм элемтә булманы”, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. Янғын шәм ҡулланғанда сыҡҡан тип фаразлайҙар. Әлегә ғаилә ваҡытлыса ошо уҡ ауылда йәшәгән өләсәйҙәрендә. Махсус хәрби операцияға киткән ғаилә башлығынан октябрҙән алып хат-хәбәр килгәне юҡ икән. “Зыян күргән ғаиләгә мөмкин тиклем ярҙам итеүегеҙҙе һорайым. Көйөргәҙе районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы аҡса йыйыу тураһында иғлан иткән. Шулай уҡ Ғаилә хеҙмәте әйберҙәр йыйыу ойоштора. (Ғаиләләге иң бәләкәй ҡыҙға өс ай ҙа юҡ, өлкәнерәктәренә 2, 5,8,12, ә малайҙарға З, 11, 20 йәш, әсәйҙәренә 39 йәш.) Зинһар, битараф ҡалмағыҙ! Үҙебеҙҙең яҡтан торлаҡ мәсьәләһе менән шөғөлләнәбеҙ," - тип яҙа район башлығы. Ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр матди ярҙамды "Янғындан зыян күреүселәргә" билдәһе менән QR код буйынса йәки түбәндәге реквизиттар буйынса күсерә ала (Көйөргәҙе районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ) ИНН/КПП 0233010185 ОГРН 1230200019400 Расчетный счет 40703810100230000014 Корреспондентский счет 30101810600000000770 БИК банка 048073770 Банк ПАО «БАНК УРАЛСИБ» Шулай уҡ аҡсаны Тел.89174859730 номеры буйынса, Көйөргәҙе районында ғаилә хеҙмәте етәксеһе Наталья Ивановна Савенкова иҫәбенә йәки, «Янғындан зыян күреүселәргә» билдәһе менән 2202 2022 8241 5128 “Сбербанк” карта номеры буйынса күсерергә мөмкин.