Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 16 декабрҙә, урындағы ваҡыт буйынса 16.30 сәғәттә Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 112 – 280-се километр участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн юл хәрәкәтенә сикләү индерелгән. Был - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ҡасабаһына тиклемге юл. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, сикләү 17 декабрь 20.00 сәғәткә тиклем оҙайтылды. Шулай уҡ бөгөн 20.30 сәғәттә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 67 – 204-се километрҙағы участкаһында (Архангел районы, Белорет районы) йөк һәм пассажирҙар транспорттары өсөн юл ябылды. Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 17 декабрҙең 9.00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә ҡала. Тағы ла Ейәнсура районының Сарабил – Ҡыуандыҡ автомобиль юлының 0 - 104-се километры участкаһында бөтә төр транспорт сараһы өсөн юл ябылды. Сикләү ваҡыты 17 декабрь 10.00 сәғәткә тиклем дауам итә. Дәүләт автоинспекцияһы ла юлға сығ
Иғтибар: республикала өс төп йүнәлештә юлдар ябылды!
16 декабря 202416 дек 2024
1 мин