Найти в Дзене
Башкортостан 24

Мәҙәниәт яңылыҡтары - 13.12.24

▶️ «Мәҙәниәт яңылыҡтары» «Башҡортостан 24» каналында йома, шәмбе һәм йәкшәмбе, «Рәсәй1. Башҡортостан» каналының «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында һәр кесаҙна сыға.

   Мәҙәниәт яңылыҡтары - 13.12.24
Мәҙәниәт яңылыҡтары - 13.12.24

Башҡорт телевидениеһына 65 йыл. Юбилей сараһына арналған матур кис Башҡорт Опера һәм балет театрында үтте.

Хөсәен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһының ҙур залында Халыҡ ҡоралдары милли оркестры Ғаилә йылына, Башҡорт теле көнөнә һәм филармонияның 85-се юбилей йылын ябыуға арналған «Ырыҫлы бишек» исемле ҙур концерт программаһын тәҡдим итте.

Өфө сәнғәт училищиһында билдәле ваҡиға — халыҡ оркестр ҡорамалдары кафедраһы 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрам сиктәрендә, оҫталыҡ дәрестәре, конференция һәм студенттар ҡатнашлығында ҙур концерт үтте.

Өфөнөң «Артерия» үҙәгендә Мостай Кәримдең яңы китаптарының исем туйы уҙҙы. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Совет башҡорт әҙәбиәте классигының ҡыҙы Әлфиә Кәримова «Инеш» нәшриәтендә сыҡҡан «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм «Әлфиә хикәйәләре» китаптарын тәҡдим итте.

Өфөлә "Татар йыры" халыҡ-ара музыка фестивале үтте. Быйыл Фестиваль үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Йыл һайын фестивалдә мэтрҙар һәм йәш башҡарыусылар үҙҙәренең иң шәп йырҙарын башҡара.

▶️ Смотрите видео

--------------------------

Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».