Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙә яҡташтарына рәхмәт белдергән. “Яҡынлашып килгән Яңы йыл алдынан яугирҙәребеҙ тыуған яҡтан сираттағы посылканы алды. Быныһы инде 20-се гуманитар ылау. Был юлы батырҙарыбыҙға ике “Нива” машинаһы, тәгәрмәстәр комплекты, генераторҙар, бысҡылар, матрастар, одеял һәм маскировка селтәрҙәре, аккумуляторҙар, йылылыҡ пушкалары, ҡатын-ҡыҙҙар гвардияһынан сәй һәм аштар, шәхси посылкалар, бүләктәр, хаттар оҙатылды. Шулай уҡ посылкала махсус ҡорамалдар ҙа бар ине. Яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам туплауҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдергем килә. Яугирҙәргә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Һеҙҙең ҡыйыулығығыҙ һәм ныҡ булыуығыҙ беҙҙе рухландыра!” Фото: https://vk.com/tatvestnik
Ике “Нива”, тәгәрмәстәр, генераторҙар, бысҡылар...
27 декабря 202427 дек 2024
~1 мин