27 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Ҡотҡарыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров сығыш яһап: – Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы Ҡотҡарыусылары көнө менән ихлас ҡотлайым! Республика халҡы исеменән һеҙгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бөтә янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына батырлыҡ, һөнәри оҫталыҡ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең һөнәрегеҙ – иң мөһим, хөрмәтле һәм изге эштәрҙең береһе. Беҙ һәр ваҡыт үҙ бурысын намыҫлы, фиҙакәр һәм юғары кимәлдә профессиональ рәүештә башҡарған республика