Аҙна тулып килә әбейенең өйҙә тормағанына. Саҡырышып йөрөйҙәр. Арғы яр буйы Хәмдиәнең Бүздәктә йәшәгән ҡыҙы ҡунаҡҡа килгән дә, Хәмдиә әхирәт әбейҙәренә ҡунағын күрһәткән. Былары “рат старатса” –көн һайын берәүһе саҡыра, рәхәтләнеп ҡунаҡ булалар. Әбейҙәр рәхәтләнә лә ул, бына бабайҙарға ҡыйын. Ҡасан ҡайтыр икән, күстәнәс алып ҡайтыр микән, нимә алып ҡайтыр икән, тип өйҙә ултыр инде бер сәпләк малай ҡошап... Ҡайһы саҡта Ғәббәс ҡарттың әбей булғыһы килеп китә хатта. – Көн дә байрам, көн дә туй һиңә, әй! Һимереп киттең хатта, –тип шаяртып алды Вәзирәһен Ғәббәс бабай – Нисек тә! –Көҙгө алдында кейенеп –яһанып торған әбейе ирекһеҙҙән эсен, янбаштарын һыйпаштырып ҡуйҙы. – Юрамал әйтәм. Ҡурҡма, һиңә күпме ашаһаң да йоҡмай ул. Ҡырҡ биш йыл кармит итәм бит инде. Шунан, бөгөн кемгә бараһығыҙ? – Сания саҡырҙы. –Ишмухтарғамы? –Эйе. Санияның да, Сөнәғәттең дә фамилиялары Ишмөхәмәтов булғанғалыр, “Ишмух” тине лә ҡуйҙылар йәш саҡтан уҡ. Үсекмәйҙәр, үпкәләмәйҙәр, маладис улар. –Ярай, мин барайым. Тамағ