Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ағиҙел уҡыусылары яугир менән осрашты

Илһөйәрлек тәрбиәһе "Мәғариф" милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Уны тормошҡа ашырыу маҡсатында 25 декабрҙә Ағиҙел ҡалаһының Р.К. Холбан исемендәге 1-се мәктәбендә 6-сы класс уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашты. Был быуындар һөйләше генә түгел, ә мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешенең үҙенән тарихты белеү мөмкинлеге лә ине. Мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан элекке уҡыусы ике йыл дауамында иптәштәре менән бергә тарих яҙа. Әле хәрби хеҙмәткәр тыуған ҡалаһына ҡайтҡан – ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул мәктәп уҡыусылары менән осрашыу өсөн ваҡыт тапҡан. Осрашыу йәнле әңгәмә форматында үтте. Уҡыусылар ҡунаҡҡа бик күп һорауҙар бирҙе, уларҙы бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырҙы: “ут линияһында” һалдаттарҙың ҡайҙа йәшәүенән һәм нисек туҡланыуынан башлап, балалар хаттарына реакцияға тиклем. Уҡыусылар хәрбиҙәр, ысынлап та, хаттар аламы-юҡмы тип һораны. МХО-ла ҡатнашыусы, хаттар килә, тип яуапланы. "Бындай осрашыуҙар илебеҙ өсөн ғорурлыҡ т

Илһөйәрлек тәрбиәһе "Мәғариф" милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Уны тормошҡа ашырыу маҡсатында 25 декабрҙә Ағиҙел ҡалаһының Р.К. Холбан исемендәге 1-се мәктәбендә 6-сы класс уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашты. Был быуындар һөйләше генә түгел, ә мөһим ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешенең үҙенән тарихты белеү мөмкинлеге лә ине. Мәктәпте тамамлаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан элекке уҡыусы ике йыл дауамында иптәштәре менән бергә тарих яҙа. Әле хәрби хеҙмәткәр тыуған ҡалаһына ҡайтҡан – ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул мәктәп уҡыусылары менән осрашыу өсөн ваҡыт тапҡан. Осрашыу йәнле әңгәмә форматында үтте. Уҡыусылар ҡунаҡҡа бик күп һорауҙар бирҙе, уларҙы бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырҙы: “ут линияһында” һалдаттарҙың ҡайҙа йәшәүенән һәм нисек туҡланыуынан башлап, балалар хаттарына реакцияға тиклем. Уҡыусылар хәрбиҙәр, ысынлап та, хаттар аламы-юҡмы тип һораны. МХО-ла ҡатнашыусы, хаттар килә, тип яуапланы. "Бындай осрашыуҙар илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Аныҡ миҫалда уҡыусылар ысын геройҙарҙың эргәлә йәшәүен, ҡыйыулыҡ, Тыуған илгә һөйөүҙең ысын кешенең сифаттары икәнлеген күрҙе", - тип билдәләне осрашыуҙы ойоштороусылар. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.