Быйылғы йыл илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн сағыу һәм әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Республикабыҙҙың төп милли ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзите уларҙы яҡтыртыу, мөһим дәүләт заданиеларын үтәү йәһәтенән һәр ваҡыт фиҙакәр, лайыҡлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Берҙәм, эшһөйәр коллективыбыҙ 2024 йылды тос уңыштар, матур еңеүҙәр менән тамамлай. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында социаль әһәмиәтле темаларҙы яҡтыртыу буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Беҙҙең “Башҡортостан” гәзите ошо бәйгелә лайыҡлы рәүештә еңеүсе тип табылды һәм 500 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. – Эйе, был – ысынлап та, лайыҡлы еңеү. Шулай тип әйтеү һис тә арттырыу түгел, сөнки коллегаларымдың нисек тырышып эшләүен, аҙнаның һәр көнөндә, тәүлектең 24 сәғәтендә тиерлек, ниндәй генә эш ҡушылмаһын, үтәргә әҙер булыуын бик яҡшы беләм. Уларҙың иң ауыр бурыстарҙы ла йырып сыға алырына ышанам, – тине “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Һөйөнсө: “Башҡортостан” гәзите коллективы – еңеүсе!
27 декабря 202427 дек 2024
~1 мин