“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медцина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Фельдшер кабинеты, процедура, ҡабул итеү, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә урынлашҡан, өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған. Медицина пунктында 380 кеше хеҙмәтләндереләсәк, 55-е – балалар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы фельдшер Альбина Зиннәтуллина ҡабул итәсәк. “Һанлы ФАП” проекты ярҙамында хәҙер ауылдаштарға һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыста