Ҡышын күп гөлдәр ял итә. Ялға ебәрер алдынан ҡоротҡостар һәм ауырыуҙарҙы ентекләп тикшерергә, улар булһа, эшкәртергә кәрәк. Йыл әйләнәһенә сәскә атыусы гөлдәрҙе иң яҡты тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ, болотло көндәрҙә лампа менән яҡтыртыу ҙа файҙалы. Декоратив япраҡлы гөлдәр (монстера, сингониум, филодендрон, диффенбахия, пальма, традесканция, аспидистра, кротон, аглаонема һ.б) ноябрҙән февралға тиклем айына бер тапҡыр ҡына туҡландырыу талап ителә. Кактустар ҡышын +10 градустан артмаған температурала торорға тейеш. Һыу һибеүҙе бөтөнләй туҡтатығыҙ. Сәскә арттырыу өсөн ҡышын өҫтәмә яҡтыртырға кәрәк. Һуғанлы һәм бүлбеле гөлдәрҙең (гипеаструм, глоксиния, цикламен, бүлбеле бегония һ.б) һуғандары йәки бүлбеләрен һауытынан алып ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан таҙалар кәрәк. Уларға кәмендә 4-5 аҙна ял кәрәк. Киптергәс, яңы тупраҡҡа ултыртып, +15 градуста һаҡлайҙар. Һирәк кенә, тупрағы кипкәс, һыу һибергә кәрәк. Һуғандарын һыуытҡыста һаҡларға була. Ғинуар урталарында улар уяна башлай, тәүҙә яҡтыраҡ урынғ