Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рәхмәтле була бел!

Бер мәл кискеһен ел сығып, һарғайған япраҡты унда ултырған ҡырмыҫҡа менән бергә осороп алып китә һәм йылғаға ташлай. Ҡырмыҫҡаның кес кенә йөрәге Хоҙайға ялбара. Хоҙай һыу өҫтөнән осоп барған төйлөгәндә был япраҡты балыҡмы, тәлмәрйенме тип уйлап, суҡышына элеп алырға күндерә. Ҡоштоң күңеле ҡайтһа ла, ҡырмыҫҡа ергә аяҡ баҫа алыуына бик ныҡ шатлана. "Хоҙай ҡошҡа әүерелеп мине ҡотҡарҙы", - тип уйлай ул һәм был төйлөгәнгә, башҡа ҡоштарға ла яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырға ҡарар итә. Бер ваҡыт иртәнсәк йүгереп йөрөгәнендә ул һунарсының һауалағы ҡошҡа уҡ тоҫҡап торғанын күреп ҡала. Ҡасандыр уны ҡош ҡотҡарып алып ҡалыуын хәтерләп, ул һунарсыны аяғынан тешләй. Уҡсының ҡулы ҡалтырап, уҡ ситкә оса. Был донъяла барыһы ла бер-береһенә бәйләнгән. Хатта ҡырмыҫҡа ла бурысын ҡайтарырға әҙер. Фото һәм сығанаҡ: Рухиәт, доғалар