Дүртөйлө районының Семилетка ауылында йәшәгән Сафия Сафиулла ҡыҙы Сәйфуллинаға 100 йәш тулды. Ағинәйҙе район хакимиәте башлығы Риф Йосопов ҡотлап, оло хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ул ғүмер буйына илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында намыҫлы эшләй. Уның тормош юлы – күп һынауҙар аша үткән, әммә яҡшыраҡ киләсәккә ышанысын һаҡлаған тотош бер быуын тарихы. Сафия Сафиулла ҡыҙы күптәр өсөн өлгө булып тора, уның тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ. Сафия Сафиулла ҡыҙы ныҡлы ғаилә ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Әле уларҙың икәүһе уны ҡарап, хәстәрләп тора. 1952 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Сафия Сафиулла ҡыҙы Үрге Аташ ауылында, Бәхтизин исемендәге колхозда эшләй. – Мине Сафия Сафиулла ҡыҙының сыҙамлығы һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарауы хайран итте. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, юбилярыбыҙҙың аңы теүәл, хәтере яҡшы, тирә-яҡтағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына. Хөрмәтле юбилярыбыҙға ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, именлек һәм, әлбиттә, тыныс күк йөҙө теләйем! – тине Риф Йосопов. Фото сығанағ