Найти в Дзене

Башҡортостанда сәнәғәт Рәсәйҙең уртаса темптарынан юғарыраҡ үҫә

Премьер-министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, Башҡортостанда предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе уның һәр кешеһенә тиерлек ҡағыла: төбәк сәнәғәтендә 340 мең хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәшғүл. Нисек кенә булмаһын, сәнәғәттең үҫеше Башҡортостандағы бөтәһенең дә именлегенә йоғонто яһай, тине Александр Шельдяев. Республика Рәсәйҙең терәк индустриаль төбәге булып ҡала, тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Башҡортостан бер нисә йыл инде РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында алдынғы өсәү иҫәбенә инә. “Һуңғы дүрт йылда беҙ өс тапҡыр сәнәғәт сәйәсәте рейтингы лидерҙары, бер тапҡыр тәүге өсәү иҫәбендә булдыҡ. Киләһе йылдан ошо рейтингының лидерҙары аутсайдерҙарының кураторҙары буласаҡ. Беҙ Алтай Республикаһы менән эшләйәсәкбеҙ. Алтайҙы иң яҡшы тәүге 10 урынға индереү өсөн барыһына ла әҙербеҙ. Беҙ уларҙың сәнәғәт үҫешен ҡараныҡ, уларҙың эшен анализланыҡ, үҫеш планын төҙөнөк”, – тине Александр Шельдяев. Уҙып барған йылдың мөһим йомғаҡ

Премьер-министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, Башҡортостанда предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе уның һәр кешеһенә тиерлек ҡағыла: төбәк сәнәғәтендә 340 мең хеҙмәткәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәшғүл. Нисек кенә булмаһын, сәнәғәттең үҫеше Башҡортостандағы бөтәһенең дә именлегенә йоғонто яһай, тине Александр Шельдяев. Республика Рәсәйҙең терәк индустриаль төбәге булып ҡала, тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Башҡортостан бер нисә йыл инде РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында алдынғы өсәү иҫәбенә инә. “Һуңғы дүрт йылда беҙ өс тапҡыр сәнәғәт сәйәсәте рейтингы лидерҙары, бер тапҡыр тәүге өсәү иҫәбендә булдыҡ. Киләһе йылдан ошо рейтингының лидерҙары аутсайдерҙарының кураторҙары буласаҡ. Беҙ Алтай Республикаһы менән эшләйәсәкбеҙ. Алтайҙы иң яҡшы тәүге 10 урынға индереү өсөн барыһына ла әҙербеҙ. Беҙ уларҙың сәнәғәт үҫешен ҡараныҡ, уларҙың эшен анализланыҡ, үҫеш планын төҙөнөк”, – тине Александр Шельдяев. Уҙып барған йылдың мөһим йомғаҡтарынан Александр Шельдяев республиканың бер генә сәнәғәт предприятиеһы ла ябылмауын, бөтә комплекс эшләүен дауам итеүен билдәләне. Александр Шельдяев әйтеүенсә, төбәк сәнәғәтенең технологик йүнәлештә үҫешеүе мөһим. Быға республикала үткәрелгән кластер сәйәсәте, яңы технопарктар асыу булышлыҡ итә. – Кластерҙар кооперацияға һәм импортты алмаштырыуға булышлыҡ итә. Рәсәйҙә булған 85 кластерҙың 23-ө Башҡортостанда асылған. Яңы индустриаль парктар һәм технопарктар барлыҡҡа килде. Беҙ республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында тармаҡты квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеүсе күп уҡыу урындары астыҡ. Был кадрҙар әҙерләү темаһына ҙур иғтибар бүлгән республика Башлығы ҡатнашлығында эшләнде, – тине Александр Шельдяев. Республикала оборона сәнәғәте, еңел сәнәғәткә ҙур ярҙам күрһәтелә. Вице-премьер Бишбүләктә һәм Туймазыла яңы производстволар асыу миҫалын килтерҙе. Аграр университеттың иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы Рәсүл Ғосманов “Һандар буйынса уҙып барған йыл, ысынлап та, Башҡортостан иҡтисады өсөн һоҡланғыс булды” тип билдәләне. Рәсәй һәм төбәк иҡтисадтарының быйылғы йылды ниндәй хәлдә тамамлауы киләһе йылда ла үҫештең дауам итәсәгенә ышаныс бирә. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: иҡтисадтың “яғыулығы” – ул инвестициялар. Республика Башлығы Радий Хәбиров 2030 йылға инвестициялар күләмен 1,25 триллион һумға еткереү маҡсатын ҡуйҙы. Был мәсьәлә нисек хәл итәләсәге урта һәм оҙайлы перспективала сәнәғәттең, бөтә иҡтисадтың үҫеш траекторияһына бәйле. Фото: Александр Данилов Сығанаҡ: resbash.ru