Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов БСТ телеканалының “Интервью” тапшырыуында ҡаты –коммуналь ҡалдыҡтар һәм һауа бысраныуы менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү тураһында һөйләне, йылға йомғаҡ яһаны. Ведомстсво башлығы һүҙҙе төбәктә “Экология” милли проектының алты йыллыҡ циклы тамамланыуынан башланы. Уның сиктәрендә республика өс федераль проектта ҡатнашты - ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы, ҡала һыҙатындағы сүплектәрҙе бөтөрөү, уникаль һыу объекттарын һаҡлау. - Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Дәүләкән, Благовещен ҡалалары ситендә алты сүплек бөтөрөлдө. 56 гектарҙа сүплек юҡ ителеүе һөҙөмтәһендә, 468 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты. Бының өсөн 1,5 миллиард федераль аҡса йәлеп ителде, 500 миллион һумды республика индерҙе. Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү комплекслы системаһына килгәндә контейнер һәм майҙансыҡтар һаны дүрт тапҡырға артты. Халыҡтың сүп-сарҙы сығарыу сифатына ҡағылышлы мәсьәләһен дә хәл ит