Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының һәм Президиумының яңыртылған составы тәүге ултырышҡа йыйылды. Унда алтынсы съезд резолюцияһын тормошҡа ашырыу саралары, туған телде, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы үҫтереү буйынса проекттар ҡаралды, шулай уҡ райондарҙа ойошторолған осрашыу йомғаҡтары тикшерелде. Президиум, Башҡарма комитет ағзалары ҡатнашлығындағы бындай осрашыуҙар Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Мишкә, Белорет, Дәүләкән, Стәрлебаш, Ғафури, Балтас, Тәтешле, Хәйбулла райондарында, Сибай, Өфө ҡалаларында үтте. Башҡаларҙа ғинуар айында дауам итәсәк. Әлеге ултырышта ойошманың структураһы билдәләнде, ул элеккесә ҡаласаҡ, ете комиссия тарафынан тәҡдим ителәсәк. Комиссияларҙың составы билдәләнгән, уларҙың тәүге ултырышында етәкселәре билдәләнәсәк. Президиум һәм Башҡарма комитет ағзалары алтынсы съезд тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты, уның төрлө яҡлы, бай йөкмәткеле булыуын билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айы