– Ирада апайым да килергә тейеш ине, тик ул бейеү түңәрәгендә булып ҡалды, – тине илгәҙәк ҡыҙыҡай. Алты йәшлек Сафия менән туғыҙ йәшлек Ираданың атаһы – өлкән лейтенант Айҙар Мостафин 2022 йылдың авгусында хәрби заданиены үтәгән саҡта батырҙарса һәләк булған. – Мин – бүрәт ҡыҙы, Айҙар – башҡорт егете. Беҙ 2012 йылда Чита ҡалаһында таныштыҡ, Айҙар шунда хеҙмәт итә ине. Ул үҫмер сағынан хәрби булырға теләгән, Ҡазан юғары танк команда училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Спорт менән шөғөлләнде, насар ғәҙәттәре булманы, ғаиләбеҙ өсөн өҙөлөп торҙо, бик һәйбәт кеше, ныҡлы терәгем ине, – ти яугирҙең тол ҡатыны Туяна Намсараевна. Айҙар Вәхит улы махсус хәрби операцияға һуңғы хеҙмәт иткән урыны – Псков ҡалаһынан юллана. Дөрөҫөрәге, хәрби командировканан тура китә. Июлдә 33 йәше тула, ҡатыны уны тыуған көнө менән ҡотларға тип янына бара. Шул дүрт көн уларҙың һуңғы күрешеүе була. Августа яугир танк һөжүме ваҡытында һәләк була. Батыр яҡташыбыҙҙы тыуған Белоретында ерләйҙәр. Туяна Намсараевна, бал