Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы – сығышы менән Ишембай районының Смаҡай ауылынан. 1945 йылдың 14 октябрендә Мәғрифә менән Тимербулат Ғәлиевтәрҙең күп балалы иманлы, татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Белем алыу теләге менән ул Силәбе ҡалаһына юллана – ошонда ул педагогия институтында уҡый, студент сағында уҡ Арғаяш районының Бәжекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә балаларға һабаҡ бирә. Силәбе ҡалаһында Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы күренекле шағир һәм музыкант, сығышы Әбйәлилдән булған Рамаҙан Шәғәлиев етәкселегендәге башҡорт-татар әҙәби түңәрәгенә йөрөй, ижад емештәре – шиғырҙары баҫылып сыға. Хәҙер Фирҙәүес Бәширова Ҡазан алаһында йәшәй. 1998 йылдан бирле ул — Ҡазан ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе, 2002 – 2012 йылдарҙа иһә Татарстандағы башҡорттар ҡоролтайының рәйесе булды. - Был ҡоролтай бик ваҡытлы, тип уйлайым. Һуңғы 30 йылда илебеҙҙә генә түгел, тотош Ер шарында, кешелектә үҙгәрештәр бара, кешенең тормошо, психологияhы үҙгәрҙе. Кешелек сифаттарын, миллилек нигеҙҙәрен йәштәрҙә,