Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тамырҙарын белгәндең киләсәге бар

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең, донъяның төрлө ҡитғаларынан делегаттар ҡабул итте. Халҡыбыҙ борон-борондан йыйындар йыйған, мөһим мәсьәләләр ошондай ҡорҙарҙа хәл ителгән. Бөгөн дә ошо йоланың дауам итеүе милләтебеҙҙең өмөтлө киләсәген фаразлай. Биш йылға бер тапҡыр уҙғарылған сараға әле лә күптәр милләттәштәрен күрергә, уңыштары менән уртаҡлашырға, проблемаларын хәл итергә ашҡынып килде. “Башҡорт халҡының уртаҡ хәтерендә тарихи образдар һәм билдәләр” секция ултырышы милләте яҙмышына, тарихына битараф булмағандарҙы тупланы. Халҡыбыҙ үҙенең шәхестәре менән көслө. Уларҙы белеү, өйрәнеү милләтебеҙгә ҡарата ғорурлыҡты тағы ла арттыра. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Тарих һәм башҡорт халҡының үҫеш мәсьәләләре” буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин һуңғы биш йылда башҡарылған эштәргә туҡталды. Башҡортостан 100 йыллығын билдәләгән йылда республикаға нигеҙ һалған шәхестәр, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Хафиз Ҡош

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең, донъяның төрлө ҡитғаларынан делегаттар ҡабул итте. Халҡыбыҙ борон-борондан йыйындар йыйған, мөһим мәсьәләләр ошондай ҡорҙарҙа хәл ителгән. Бөгөн дә ошо йоланың дауам итеүе милләтебеҙҙең өмөтлө киләсәген фаразлай. Биш йылға бер тапҡыр уҙғарылған сараға әле лә күптәр милләттәштәрен күрергә, уңыштары менән уртаҡлашырға, проблемаларын хәл итергә ашҡынып килде. “Башҡорт халҡының уртаҡ хәтерендә тарихи образдар һәм билдәләр” секция ултырышы милләте яҙмышына, тарихына битараф булмағандарҙы тупланы. Халҡыбыҙ үҙенең шәхестәре менән көслө. Уларҙы белеү, өйрәнеү милләтебеҙгә ҡарата ғорурлыҡты тағы ла арттыра. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Тарих һәм башҡорт халҡының үҫеш мәсьәләләре” буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин һуңғы биш йылда башҡарылған эштәргә туҡталды. Башҡортостан 100 йыллығын билдәләгән йылда республикаға нигеҙ һалған шәхестәр, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Хафиз Ҡошаев, Муллайән Халиков, Муса Мортазинға таҡтаташ асылған. Уларҙың икәүһе Өфөлә, береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында улар хеҙмәт иткән тарихи биналарҙа барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ ҡоролтай башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Шайморатов вариҫтары” тигән проект та илһөйәрлек рухына ҡоролған. Миңлеғәле Шайморатовтың яуҙаштары тураһында мәғлүмәт йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуя ул. 2021 йылда “Шайморатовсылар – легендар 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән белешмә донъя күрә. Был проект халыҡта ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ошо дивизияла хеҙмәт иткән яугирҙәрҙең вариҫтары мөрәжәғәт итә башлай. Тиҙҙән Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән китаптың төҙәтелгән өҫтәмә баҫмаһы сыға. Унда өс меңдән ашыу башҡорт яугире тураһында мәғлүмәт туплана. Шәхестәрен күтәреү буйынса 2021 йылдан эшләп килгән Ырыуҙар хәрәкәте лә ҙур эш алып барыуы тураһында әйтелде. Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтиндың сығышы ла залдағы делегеттарҙа, ҡунаҡтарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Үҙенең сығышында төп иғтибарҙы ул Салауат Юлаев һәйкәленә йүнәлтте. Ауырлығы 40 тонна самаһы, бейеклеге 10 метр тирәһе булған һәйкәл Өфөнө йәмләп торған күркәм объект. Батырыбыҙ образын һынландырған һәйкәл әлеге көндә төҙөкләндереүгә мохтаж. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә башҡарыла. Музейҙар, парк, урамдар уның исемен йөрөтә. Башҡортостандан ситтә лә Салауат Юлаевтың даны киң билдәле. Был турала Свердловск өлкәһенән килгән делегат Фәимә Йосопова һөйләп үтте. 2008 йылда Красноуфимсий ҡалаһында башҡорт батырына һәйкәл асылған. “Был беҙҙең өсөн ғорурлыҡ”, ти Свердловск өлкәһенән килгән милләттәшебеҙ. Һәйкәлдәрҙә, урам исемдәрендә мәңгеләштерелә бөйөк шәхестәребеҙ тураһында иҫтәлек. Ошо рәүешле йәш быуын күңеленә лә тарихи шәхестәрҙең исеме һеңеп үҫә. Автор фотолары.